Кемдәргәлер бадминтон еңел спорт төрө кеүек күренәлер. Әммә ул уйынсынан етеҙлекте, тиҙ ҡарар ҡабул итеүҙе талап итә. Бер уйлаһаң, көндәлек тормошта ла кешенең бына ошо сифаттары юғары баһалана. Өҫтәүенә, үрҙә әйтелгән үҙенсәлектәре өсөн бадминтон NASA һәм Рәсәй космонавтарын әҙерләү программаһына эләккән. Ошо бик үҙенсәлекле спорт төрө буйынса яҡташтарыбыҙ – бадминтон буйынса Европа чемпиондары Алина Дәүләтова һәм Родион Әлимов – Киевтан тыуған яғына матур яңылыҡ менән ҡайтты.
Өфө аэропортында чемпиондарҙы туғандары, дуҫтары, спорт һөйөүселәр һәм башҡалар ҡаршыланы. Бер аҙна элек Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, халыҡ-ара шашка уйындары буйынса халыҡ-ара гроссмейстер, Рәсәй гроссмейстеры, күп тапҡыр донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы Тамара Танһыҡҡужинаны ла Өфө аэропорты тап шулай алҡышлағайны.
Алина Дәүләтова менән Родион Әлимовҡа был еңеү еңел бирелмәне. Улар, инглиз спортсылары Маркус Эллис менән Лорен Смитты еңеп (11:21, 21:16, 21:15), алтын миҙал яуланы.
Рәсәйҙең Бадминтон федерацияһы “Йыл бадминтонсыһы-2019” бәйгеһендә Родион Әлимовты еңеүсе тип билдәләгәйне. Ә был сарала еңеүсе федерация сайтында тауыш йыйыу һөҙөмтәһендә билдәләнә. Шулай итеп, Өфөләге олимпия резервындағы 7-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе икенсе тапҡыр инде илдә иң яҡшыһы тип танылды.
Ҡасандыр Рәсәйҙең Бадминтон федерацияһы советы рәйесе Андрей Антропов республикабыҙ спортсыһы хаҡында: “Родион – юғары кимәлдә уйнаған йәш спортсыларыбыҙҙың береһе. Башҡортостан көйәрмәндәре бик әүҙем һәм һәр саҡ үҙҙәренең яҡташы өсөн тауыш бирә”, – тип белдергәйне. Шулай итеп, егет Алина Дәүләтова менән берлектә сираттағы ярышта сығыш яһап һынатманы, беренселекте яуланы.
Спортсыларыбыҙ бығаса булмағанса ҡаҙаныштарға лайыҡ булды. Улар Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр бадминтондың ҡатнаш пар төрө буйынса еңеүсе тип танылды. Был – чемпионаттар башланғандан алып ошондай беренсе миҙал. Өҫтәүенә, ул – алтын!
Өфөләге 7-се олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Алина Дәүләтова менән Родион Әлимов күптән бергә бадминтон уйнай, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша һәм еңеү яулай. Уларҙың тренеры – Эдгар Щербий.
Тап ошо спортсылар ярҙамында Башҡортостан бадминтоны тураһында хәҙер тотош донъяла беләләр. Алина Дәүләтова менән Родион Әлимов йәнә ике халыҡ-ара ярышта үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ. Шулай итеп, улар Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн рейтинг мәрәйҙәрен йыйыуҙы дауам итә.