Спорт һәм туризм
14 Май 2021, 09:11

Башҡортостан – беренсе!

Салауат ҡалаһында А.В. Тарасов исемендәге Бөтә Рәсәй “Алтын шайба” йәш хоккейсылар турнирының финал ярыштары булды.

Салауат ҡалаһында А.В. Тарасов исемендәге Бөтә Рәсәй “Алтын шайба” йәш хоккейсылар турнирының финал ярыштары булды.


3 – 8 майҙа Салауат ҡалаһында 2004-2006 йылғы үҫмерҙәр араһында үткәрелгән ярыштарҙа илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, шул иҫәптән республикабыҙҙан, барлығы 16 команда ҡатнашты.
Был спорт сараһына арналған тантанала А.В. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” Бөтә Рәсәй клубы президенты Алексей Тарасов, уның төбәк бүлексәһе рәйесе Динар Әхмәҙрисламов республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина, Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов, “Сочи” хоккей клубының спорт директоры, “Салауат Юлаев” хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе, Милли хоккей лигаһы уйынсыһы, алтын шлем һәм башҡа титулдар эйәһе Андрей Зюзин һәм башҡалар ҡатнашты.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса беренсе урынды – Башҡортостан, икенсе урынды – Мәскәү ҡалаһы, өсөнсө урынды Мәскәү өлкәһенең йәш хоккейсылары яуланы.
Читайте нас