Спорт һәм туризм
14 Май 2021, 14:00

Чемпион менән көс һынашырға теләйһеңме?

Иртәгә, 15 майҙа, Тамара Танһыҡҡужина теләгән һәр кемде үҙе менән ярышырға саҡыра.

Иртәгә, 15 майҙа, Өфөнөң "Ватан" паркында чемпион менән шашкала уйнау мөмкинлеге бар. Сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала, тип хәбәр итәләр Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.
Бының өсөн иртәнге сәғәт 8-ҙән 10-ға тиклем теркәлергә кәрәк буласаҡ. Сарала бер үк ваҡытта 250 уйын үткәреләсәк. Сеанстарҙы шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужинанан тыш, билдәле шашкасылар Айнур Шәйбәков, Әлиә Әминева, Айгөл Иҙрисова, Мурродулло Амриллаев, Даниил Ильин, Тамерлан Әхмәров, Марсель Шәрәфетдиновтар алып барасаҡ.
Үҙ эшенең оҫталарын еңгәндәрҙе йәки иҫәп тигеҙ булған осраҡта миҙал һәм ҡиммәтле бүләктәр көтә. Сараны Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм Бөтә Рәсәй "Рәсәй шашкалар федерацияһы" йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе ойоштора. Бөтә уйынсылар ҡатнашыу тураһында сертификат аласаҡ, ә иң яҡшы һигеҙ уйынсыға кубоктар тапшырыласаҡ.
Көсөн һынап ҡарарға теләгәндәр, сараға рәхим итегеҙ!

Фото: orista.ru
Читайте нас