Әлшәй районында Бөйөк Еңеү көнөнә арналған спорт саралары үткәрелде.
Район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты тарафынан Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығына арналған саралар сиктәрендә волейбол, баскетбол, мини-футбол һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар үткәрелде. Уларҙың төп маҡсаты – халыҡты сәләмәт һәм әүҙем тормошҡа йәлеп итеү, үҫеп килгән быуында илһөйәрлек, Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлегенә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү.
Байрам саралары аҙағында бәйгеләрҙә еңеүселәр спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеттың төрлө кубоктары, миҙалдары, грамоталары, ҡиммәтле бүләктәре менән бүләкләнде.