Был аҙнала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә күңелле ваҡиға менән башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужинаға юғары дәүләт наградаһы тапшырҙы.
Билдәле булыуынса, Варшава ҡалаһында үткән чемпионатта яҡташыбыҙ етенсе тапҡыр донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды. Унда ул Польша спортсыһы, ике тапҡыр донъя чемпионы Наталья Садовская менән көрәште һәм ауыр шарттарға ҡарамай, еңеп сыҡты.
Спорттағы юғары уңыштары өсөн Радий Хәбиров уны Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне.
– Тамара Танһыҡҡужина – илдә ошо тиклем титулдары булған берҙән-бер шашкасы. Һеҙ бик ауыр шарттарҙа еңеп сыҡтығыҙ, баҫымға ҡарамай, үҙегеҙҙең оҫталығығыҙҙы күрһәттегеҙ һәм донъяның “шашка королеваһы” исемен һаҡлап ҡалдығыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Тамара Танһыҡҡужина Башҡортостан Башлығына һәм республика халҡына теләктәшлек өсөн рәхмәт әйтте.
Уның тренеры, Рәсәйҙең шашка буйынса йыйылма командаһының баш тренеры Юрий Черток та юғары дәүләт наградаһы менән билдәләнде. Уға Башҡортостандың Почет грамотаһы тапшырылды.
Юрий Черток, наградаһын алғас, хеҙмәтен баһалаған өсөн рәхмәт әйтте һәм шашка спортын үҫтереү буйынса тәҡдимдәрен белдерҙе.
– Республикабыҙ донъяның шашка үҙәге булып тора. Беҙгә Башҡортостан кубогына халыҡ-ара шашка турниры үткәрергә кәрәк. Был республикабыҙға реклама булып торасаҡ, беҙҙә күрһәтер нәмә күп. Алты ғәмәлдәге донъя чемпионының бишәүһе Башҡортостанда йәшәй, – тине ул. – Бынан тыш, төбәктә шашка мәктәбен асыу мәсьәләһе лә тора. Әлегә спортсыларҙы профессионал кимәлдә Өфө һәм Ишембайҙа ғына әҙерләйбеҙ. Ә, мәҫәлән, Көньяҡ Уралда йәшәгән балаларҙа үҫеш өсөн шарттар юҡ. Бөгөнгө чемпиондарыбыҙға алмаш кәрәк буласаҡ.
Радий Хәбиров Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров менән Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға 24 майға тиклем республикала шашка спортына булышлыҡ итеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Кәңәшмәлә һәр ваҡыттағыса коронавирус мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленде. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы һандар менән таныштырҙы. Дөйөм алғанда, хәл тотороҡло. Тәүлегенә 90-95 кеше коронавирус йоҡтора. Республикала бөтәһе 36307 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған.
Дауаханаларҙа 163 кеше коронавирус менән сирләй. Биш кешенең хәле ауыр. Сир йоҡторғандарҙың 93 проценты тулыһынса һауыҡҡан.
11 майға ҡарата прививканың беренсе һәм икенсе компонентын 201 мең кеше һалдырған. Бөтәһе республикаға 367 мең доза вакцина килтерелгән. 292852 кеше вакцинациялауҙың беренсе этабын үткән.
Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу эшен әүҙемләштерергә ҡушты.
Дәүләт башлығы күрһәтмәләренең береһе 2023 йылға тиклем газы булған ауылдарҙағы йорттарға бушлай зәңгәр яғыулыҡ үткәреүгә ҡағыла. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, республикала льготаларға хоҡуғы булған граждандарға йорттарын газ селтәренә тоташтырыу өсөн 60 һәм 100 мең һумлыҡ сертификат биргән программа ғәмәлдә.
– Бәлки, ошо программа буйынса ташламалы категориялар һанын арттыра алырбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Икенсе күрһәтмә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелинға бирелде. Уға тәрәнәйтелгән медицина профилактик тикшеренеүҙәре һәм халыҡты диспансерлаштырыу мәсьәләһенә ныҡлы иғтибар итергә ҡушылды. Дәүләт башлығы күрһәтмәләре араһында йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология сирҙәренән үлеү осраҡтарын кәметеүгә арналған пункттар ҙа бар.
“Роспотребнадзор” мәғлүмәттәре буйынса, быйыл Башҡортостандың медицина ойошмаларына талпандан тешләнгән 800 кеше мөрәжәғәт иткән.
– Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә шул асыҡланды: талпандарҙың 0,8 проценты – вируслы энцефалит, 17,8 проценты боррелиоз менән зарарлы. Боррелиоз буйынса күрһәткестәр республикала йылдан-йыл арта. Бөгөнгә Башҡортостанда талпан энцефалиты менән сирләү осраҡтары теркәлмәгән, – тине идаралыҡ етәксеһе Анна Казак.
Башҡортостанда сәсеү эштәре дауам итә. Быға ҡоро һәм йылы һауа торошо ла булышлыҡ итә. Оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сәсеү барышы менән таныштырҙы. Уның белдереүенсә, 10 майға ҡарата Башҡортостанда 864 мең гектарҙа орлоҡ сәселгән, был – планлаштырылған майҙандың 43 проценты.
– Иртә яҙғы культураларҙы сәсеүҙе 25 майға тиклем тамамларға планлаштырабыҙ. Зоналарға бүлһәк, сроктар төрлөрәк: Урал алды, Көньяҡ төбәк һәм Урал аръяғы – 20 майға тиклем, Төньяҡ урманлы-далалы һәм Төньяҡ-көнсығыш райондар – 25 майға тиклем. Һуң сәселә торған яҙғы культуралар – ҡарабойҙай, тары, судан үләнен – 5 июнгә тиклем, – тине вице-премьер.
Сәсеү эштәре менән бергә хужалыҡтар ужым культураларын химик утау һәм шәкәр сөгөлдөрөн химик эшкәртеү эштәрен башланы. Минераль ашламалар ихтыяждан 92 процент тупланған. Былтыр был һан 74 процент тәшкил иткәйне.
– Дүрт ай эсендә ауыл хужалығы етештереүселәре 1219 берәмек ауыл хужалығы техникаһын һәм ҡорамалдар һатып алды. Уның дөйөм хаҡы 3,8 миллиард һум, был былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда 1,6 миллиард һумға күберәк. “Росагролизинг” аша техника һатып алыуға заявкалар һаны 2,2 миллиард һумлыҡ тәшкил итә. Уларҙың 1,4 миллиард һумы хупланған. Лизингка техника алыу буйынса республика ил буйынса тәүге биш төбәк исемлегендә, – тине Илшат Фәзрахманов.
Радий Хәбиров яңы ауыл хужалығы техникаһын алыу буйынса тиҙлекте кәметмәҫкә ҡушты. Шулай уҡ ул былтыр аграрийҙар алдында барлыҡҡа килгән бурыстарҙы ҡайтарасаҡтар, тине.
Республиканың 107 лагеры ла туристик кешбэк программаһында ҡатнашасаҡ. Был турала туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльвира Туҡанова һөйләне. Программа 20 майҙан ғәмәлгә инә һәм йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк. Балалары өсөн юллама алырға йыйынған ата-әсәләр мирпутешествий.рф сайтында теркәлергә һәм уның өсөн ҡулаҡсаһыҙ иҫәп буйынса лагерь йәки туроператор сайтында түләргә тейеш. Мотлаҡ талап – “Мир” түләү системаһы картаһын файҙаланыу.
Бынан тыш, Башҡортостан кешеләре өсөн балалар ялына булышлыҡ итеүҙең республика программаһы ла ғәмәлдә. Туристик кешбэк программаһында ҡатнашыусылар өҫтәмә рәүештә юллама хаҡының 30 процентын компенсация рәүешендә кире ҡайтара аласаҡ. Шулай уларҙың сығымдарының 80 проценты ҡапланасаҡ. Программала ҡатнашмағандар республика бюджетынан түләнәсәк 70 процент компенсацияға дәғүә итә аласаҡ. Был программалар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте район мәғариф бүлектәрендә белергә була.
– Балаларын беҙҙең йәйге лагерҙарға ебәрәсәк кешеләргә ярҙам итеү өсөн бюджетта аҡса ҡалдырҙыҡ. Тик шуны белһендәр: федераль программаға ҡушылһалар, кешеләр күберәк ярҙам аласаҡ. Был беҙгә ҡалған аҡсаны лагерҙарҙың матди торошон яҡшыртыуға бүлеү мөмкинлеген бирәсәк. Кешбэк алыу процедураһы бик ябай. Аҡса автоматик рәүештә юллама һатып алған “Мир” картаһына ҡайтасаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровҡа республиканы туристик миҙгелгә әҙерләү буйынса кәңәшмә ойошторорға ҡушты.
– Беҙ күпләп ҡунаҡтар килеүен көтәбеҙ. Уларҙы нисек ҡаршы алабыҙ, ҡайҙа ял иттерәбеҙ, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү – быларҙы аныҡ хәл итеп ҡуйығыҙ. Йыл һайын туристар һаны артырға тейеш, – тине Радий Фәрит улы.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ирина Голованова белдереүенсә, 11 майға ҡарата 94 мең кеше 2022 йылда Башҡортостанда төҙөкләндереләсәк проекттар буйынса тауыш биргән.
Быйыл 21 ҡалала 140 ихата төҙөкләндереләсәк. Уларҙа юлдарға асфальт түшәләсәк, 839 яҡтыртҡыс һәм 586 яҡтылыҡ бағанаһы, 125 балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡуйыласаҡ. Эштәр Туймазы, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалаларында графиктан алда бара. Шулай уҡ быйыл 112 күп фатирлы йортта 306 подъезд ремонты тамамланасаҡ.
2021 йылда республика “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә федераль конкурстарҙа еңде һәм 146 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү өсөн 1,77 миллиард һум аҡса алды. Әле 59 муниципалитетта ремонтҡа, әҙерлек эштәре бара. Йыл аҙағына тиклем Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Сибай, Учалы ҡалаларында, Мәләүез районының Воскресенское һәм Йылайыр районының Йылайыр ауылдарында һигеҙ конкурс проекты тормошҡа ашырыласаҡ.
Радий Хәбиров Премьер-министр Андрей Назаровҡа Ағиҙел һәм Мәләүез ҡалаһында “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты буйынса эштәр барышын шәхси контролгә алырға ҡушты.
– Федераль конкурста еңеп сығыуығыҙ өсөн афарин, тик эштәр графигын һуҙыуығыҙ насар. Подрядсыларҙы һайлай белергә кәрәк, улар ышаныслы компаниялар һәм предприятиелар булһын. Әле федераль конкурста ҡатнашыр өсөн 14 ҡала һәм район сиратта тора, һөҙөмтә августа яһаласаҡ. Был бөтәбеҙгә лә яуаплылыҡ өҫтәй, – тине Радий Хәбиров.
Быйыл Башҡортостандың юл фонды күләме 26 миллиард 665 миллион һум тәшкил итә. Уның 7,3 миллиард һумы – федераль бюджет аҡсаһы.
– Беҙ 28,2 километр автомобиль юлы төҙөргә һәм төҙөкләндерергә, ике километр оҙонлоғондағы 34 күпер һәм 950 километр юл селтәрен, шул иҫәптән 215 километр яңы төҙөлгән биҫтәләргә килеү юлын, ремонтларға планлаштырабыҙ, – тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков.
Быйыл йыл дауамында төҙөүселәр 7,5 километр оҙонлоғондағы Иглин – Кальтовка юлын төҙөкләндереүҙе тамамларға тейеш. Шулай уҡ Иҫке Собханғол – Мораҡ юлының биш километр участкаһын капиталь ремонтлауҙы, Шүлгәнташ мәмерйәһенә барыу юлын да эшләп бөтөргә тейештәр. Муниципаль-ара кимәлдәге ҙур объекттар араһында 13,6 километрлыҡ Благовещен – Павловка, 12,4 километрлыҡ Сермән – Амангилде – Баймаҡ һәм 11,6 километрлыҡ Өфө – Бөрө – Яңауыл юлдары участкаларын ремонтлау тора.
Өфө ҡалаһы мэры Сергей Греков белдереүенсә, баш ҡалала 46 километр юл норматив хәлгә килтереләсәк. Галле округы, Минһажев, Революция, Карьер, Парк, Ветошников, Ухтомский урамдары, Ибраһимов һәм Һәҙиә Дәүләтшина бульварҙары, Нуғай шоссеһы һәм Өфө – Аэропорт юлы ремонтланасаҡ. Бынан тыш, быйыл 5,1 миллиард һум аҡса Көнсығыш сығыу юлын төҙөүгә тотоноласаҡ. Әле бында 1200 кеше эшләй. Объектты 2023 йылда тапшырасаҡтар.
27 апрелдә юл тамғалары һыҙыла башлағайны, был эште 15 июндә тамамларға йыйыналар.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, юл селтәрен яңыртыу һәм ремонтлау киләһе өс-дүрт йыл эсендә өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡаласаҡ. Шул иҫәптән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә лә.
– Бик күп муниципалитеттар өсөн был иң төп мәсьәлә булып ҡала. Һәм кешеләрҙе бик борсой. Башҡортостан юлдар оҙонлоғо буйынса илдә икенсе урында. Беҙҙәге 49 мең километр юлды яҡшы хәлдә тотоу бик мөһим, – тине Радий Хәбиров.
11 майҙан алып 16 майға тиклем Башҡортостанда Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған тематик аҙналыҡ үтә. Билдәле булыуынса, был көн 15 майҙа билдәләнә. Сараны республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора.
– Ғаилә аҙналығы сиктәрендә көн һайын бик күп саралар планлаштырылған. Улар ғаиләне төп социаль ҡиммәт булараҡ нығытыуға йүнәлтелгән. Муниципалитет башлыҡтары, кәрәкле ярҙам күрһәтегеҙ, ә республика халҡын был сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам, – тине Радий Хәбиров.