Спорт һәм туризм
14 Май 2021, 09:12

Яҡташыбыҙ иҫтәлегенә арналды

Өфөлә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев иҫтәлегенә бокс буйынса турнир тамамланды.

Өфөлә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев иҫтәлегенә бокс буйынса турнир тамамланды.


Баш ҡалала үткәрелгән төбәк-ара турнирҙа 16-17 йәшлек ҡыҙҙар һәм егеттәр араһынан иң көслөләрҙе билдәләнеләр. Шулай итеп, Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендәге ярыштарҙа Рәсәйҙең ете төбәгенән 14 команда – 80-гә яҡын спортсы – ҡатнашты.


Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев иҫтәлегенә мемориал быйыл 42-се тапҡыр ойошторолдо. Матур йолаға әүерелгән ярыштар дүрт көн дауамында барҙы. Һөҙөмтәлә башҡорт бокссылары Ульяновск, Пермь, илебеҙҙең башҡа төбәктәре спортсыларына ҡаршы тора алды.


Фото: ufacity.info
Читайте нас