Спорт һәм туризм
15 Май 2021, 17:00

Бадминтонсыларыбыҙҙың еңеүе баһаланды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров башҡорт бадминтоны мәктәбе тәрбиәләнеүселәрен ҡотланы.

14 майҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров башҡорт бадминтоны мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Родион Әлимов менән Алина Дәүләтованы, уларҙың тренеры Эдгар Щербийҙы Киевта үткәрелгән бадминтон буйынса Европа чемпионатында еңеүҙәре менән ҡотланы.
– Был дисциплина буйынса еңеү Рәсәй спорты өсөн беренсе. Тағы шуныһы: был еңеү Англия спортсыларын – бадминтон тыуған илде - еңеү булды, - тип белдерҙе Андрей Назаров.
Башҡорт бадминтоны тәрбиәләнеүселәре Родион Әлимов менән Алина Дәүләтова финал матчында инглиздәр Лорен Смит менән Маркус Эллисты 11:21, 21:16, 21:15 иҫәбе менән еңде.
– Тап беҙҙең республиканың вәкилдәре донъя спорты аренаһында олимпия дисциплиналарында сығыш яһай. Уларҙың оҫталығы һәм еңеү ихтыяры ярҙамында Рәсәй йәнә донъя спорты пъедесталын яулай, - тине Андрей Назаров.
Андрей Назаров Родион Әлимов менән Алина Дәүләтоваға – Рәхмәт хаттарын, уларҙың тренеры Эдгар Щербийға Почет грамотаһын тапшырҙы. Уларҙың өсәүһенә шулай уҡ 250 мең һумлыҡ сертификат бирелде.
Читайте нас