15 майҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Башҡортостан” үҙәк шашка клубында булды һәм спортсылар, тренерҙар менән осрашты.
“Башҡортостан” үҙәк шашка клубы” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы генераль директоры Юрий Черток һәм республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа башҡорт шашкасылары күнекмәләр үткәргән залды күрһәтте. Халыҡ-ара гроссмейстер, шашка буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Айнур Шәйбәков Премьер-министрҙы күнекмәләр процесы менән таныштырҙы.
Осрашыуҙа киләсәктә Башҡортостанда шашка спорты үҫеше менән бәйле һорауҙар ҙа булды. Өфөләге Достоевский урамындағы “Башҡортостан” шашка клубы үҙәге урынлашҡан бинаны ҡуртымға алыу проблемаһы хаҡында ла әйтелде. Һөҙөмтәлә бинаны ҡуртымға алыуҙы оҙаҡ сроклы итеү тураһында килешелде.
Бынан тыш, муниципалитеттарҙа балаларҙың шашка уйнауы өсөн күнекмәләр ойоштороу хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Андрей Назаровтың фекеренсә, был шашка спортын республикала популярлаштырыу ғына түгел, ҙур спорт сараларында талантлы спортсыларҙы асыҡлау өсөн дә кәрәк.
– Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров төрлө һорауҙарҙы, шул иҫәптән республикала шашка спорты үҫеше һәм әҙерлек кеүек һорауҙарҙы үҙ эсенә алған указды әҙерләргә ҡушты, - тине Андрей Назаров. – Йыл һайын Башҡортостанда халыҡ-ара шашка турниры үткәрергә уйлайбыҙ. Ул быйыл октябрҙә үткәреләсәк.
Осрашыу аҙағында республика Премьер-министры Башҡортостандың Шашка федерацияһына ярҙам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителеүе хаҡында хәбәр итте.