Спорт һәм туризм
15 Май 2021, 16:45

Сергей Греков та шашка уйнаны

15 майҙа Өфөләге “Ватан” паркында Тамара Танһыҡҡужина бер үк ваҡытта бер нисә кеше менән шашка уйнаны

15 майҙа Өфөләге “Ватан” паркында Тамара Танһыҡҡужина һәм башҡа арҙаҡлы спортсыларыбыҙ рус шашкаһын уйнанылар.
Был сарала һәр кем ҡатнаша алды. Был турнирҙы Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков тәҡдим иткәйне. Ул да Тамара Танһыҡҡужина менән шашка уйнаны.
Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙҙар араһында йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина, ир-егеттәр араһында йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса донъя чемпионы Айнур Шәйбәков, ҡатын-ҡыҙҙар араһында блицта йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса донъя чемпионы Әлиә Әминева, ҡатын-ҡыҙҙар араһында рапидта йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса донъя чемпионы Айгөл Иҙрисова, ир-егеттәр араһында рапидта рус шашкаһы буйынса донъя чемпионы Муродулло Амриллаев, йәштәр араһында йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса донъя чемпионы Даниил Ильин, йәштәр араһында йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса Европа чемпионы Тамерлан Әхмәров, йәштәр араһында йөҙ шаҡмаҡы шашка буйынса Европа чемпионы Марсель Шәрәфетдинов ҡатнашты.
– Барығыҙҙы ла шашка буйынса барлыҡ донъя баш ҡалаһында сәләмләүемә шатмын. Тап шулай, сөнки донъялағы ғәмәлдәге алты чемпиондың бишәүһе Өфөлә йәшәй һәм күнекмәләр үткәрә. Улар бөгөн үҙенсәлекле сарала ҡатнаша.
Шашка – мауыҡтырғыс уйын. Беҙ уны бәләкәй саҡтан уйнай башлайбыҙ һәм барлыҡ ғүмеребеҙ буйы уйнайбыҙ. Барығыҙға ла сағыу уйын һәм еңеү теләйем, - тине Сергей Греков сараны асҡанда.
Тамара Танһыҡҡужина үҙенә бүләк ителгән байрам өсөн рәхмәт әйтте.
– Варшавала Рәсәй, Башҡортостан шашка мәктәбенең иң көслө икәнлеген раҫланыҡ. Турнир йолаға әүерелер тип ышанам һәм беҙ йышыраҡ осрашырбыҙ, - тине ул.
Оҫталар менән отошһоҙ уйнағандарға һәм уларҙы еңгәндәргә сараны ойоштороусылар – Өфө хакимиәте һәм “Рәсәй шашка федерацияһы” ижтимағи ойошмаһының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Бынан тыш, турнирҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла иҫтәлекле сертификаттар алды.
Шулай ҙа Павел Столяровҡа, Наилә Сабироваға, Дилә Ғиззәтуллинаға, Мөхәдрислам Мөхәмәтовҡа, Владимир Барашковка еңеү яуларға насип булды. Тағы 34 кеше уйнағанда ике яҡ та еңеү яулай алманы. Тағы саралағы иң йәш ҡатнашыусыға – дүрт йәшлек Ярослав Тарасовҡа һәм иң оло ҡатнашыусы – 84 йәшлек Геннадий Сергеевҡа ла махсус наградалар тапшырылды.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте.
Читайте нас