Әлшәй районын иҫкә төшөрөү менән шунда уҡ тыныс ҡына аҡҡан Дим йылғаһы күҙ алдына баҫа. Ҡорһаҡ, Ыҫлаҡ, Ҡыҙыл кеүек бәләкәй йылғалар ҙа олоһоноң да, кесеһенең дә яратҡан урыны икәнен онотмайыҡ. Был яҡтарға сәфәр ойошторғанда, уларҙың бер нисәүһе аша мотлаҡ үтергә тура килә. Һыу тигәндән, күптән түгел ошо тарафтарға йәнә юл төштө. Былтыр сафҡа индерелгән өр-яңы бассейнда булыу бәхете тейҙе, ундағы хозурлыҡ һоҡландырҙы. Форсаттан файҙаланып, бассейнлы “Виктория” физкультура-һауыҡтырыу комплексы директоры, спорт мастерлығына кандидат Владимир ЧИБИЗОВтан башҡарылған эштәре, киләсәккә уй-маҡсаттары тураһында һөйләүен үтендек.
– Раевка ауылында бассейндың асылыуын барыһы ла түҙемһеҙләнеп көтөп алды, уйынлы-ысынлы әйткәндә, “элек нисек бассейнһыҙ йәшәгәнбеҙ икән?” тип хәҙер әлшәйҙәрҙең барыһы ла аптырай, – тип башланы һүҙен Владимир Петрович. – Былтыр балалар яңы уҡыу йылын башлағанда, дөрөҫөрәге, 9 сентябрҙә уны тантаналы шарттарҙа астыҡ. Объект Республика адреслы инвестиция программаһы нигеҙендә төҙөлдө.
Физкультура-һауыҡтырыу комплексының майҙаны ярайһы ҙур ғына – 3 087, 4 квадрат метр тәшкил итә. Дүрт юллы бассейндың оҙонлоғо – 25 метр, киңлеге – 8,5 метр. Ул 320 кубометр һыуҙы һыйҙырған. “Һыуҙы йыш алмаштыраһығыҙмы?” – тип күптәр ҡыҙыҡһына. Ысынлап та, урынлы һорау. Һыу йыш алмаштырылмай, ә уға төрлө таҙартыу шыйыҡсалары ҡойола, үҙ сиратында, улар таҙартыу-һөҙөү ролен үтәй ҙә инде.
Теләгән һәр кем килеп, бында сәләмәтлеген нығыта ала. Бассейн түләүле. 7 – 18 йәшлек ҡыҙ һәм малайҙар өсөн – 70 һум, ә 18 йәштән өлкәндәр өсөн 130 һум билдәләнгән (хаҡтар бер сәғәт өсөн). Халыҡтың күпләп килеүенә нисек шатланмаҫҡа! Һандар теле менән әйткәндә, биш айҙа табыш бер миллион һумға еткән. “Виктория”ла спорт залы булыуы ла һәр йәһәттән дә отошло. Уның оҙонлоғо – 45 метр, киңлеге – 25 метр. Әйткәндәй, Башҡортостанда бындай спорт залдары бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Беҙҙәгенән тыш, Өфө ҡалаһында ғына ике спорт залы бар.
Бында уҡыусы балаларға хөрриәт! Рәхәтләнеп туп тибәләр, волейбол буйынса ярыштар ойошторола, баскетбол турниры сәмле уҙа, улай ғына ла түгел, теннис уйнайҙар. Көндөҙ спорт залы уҡыусы балаларҙың тауышына күмелә, кис иһә өлкәндәр төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ойоштора.
Күптән түгел беҙҙә волейбол буйынса район-ара беренселек үтте. Бәйгелә Әлшәй, Миәкә, Дәүләкән, Йәрмәкәй һәм Бишбүләк райондарынан командалар ҡатнашты. Ҡыҫҡаһы, ошоноң ише төрлө спорт ярыштары йыш уҙа.
Коллектив татыу, 24 хеҙмәткәр үҙ эшен яратып башҡара. Әлбиттә, йөҙөү буйынса алты инструктор, ике шәфҡәт туташы бар.
Дөйөмләштереп әйткәндә, бассейнлы “Виктория” физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөп ҡуйыу шул хәтлем отошло булды. Ни тиһәң дә, һыу әҙәм балаһын һәр йәһәттән дә дауалай.