Спорт һәм туризм
18 Май 2021, 07:28

Шахмат – “йомробаштар” уйыны

Раевка ҡасабаһының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә дөйөм белем биреү учреждениелары араһында шахмат буйынса Әлшәй районы беренселегенә финал уйындары булды.

Раевка ҡасабаһының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә дөйөм белем биреү учреждениелары араһында шахмат буйынса Әлшәй районы беренселегенә финал уйындары булды.
Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, аҡыл менән эш итеүгә ҡоролған шахмат уйыны (командала – бер уҡытыусы һәм ике уҡыусы бала) ныҡ көсөргәнешле барған, алға сығыу өсөн һәр кем ҙур көс һалған.


– Шахмат уйынында бер нисек тә алдашыу, хәйләгә барыу мөмкин түгел, – тип аңлатма бирә судьялар. – Бөтәһе лә асыҡтан-асыҡ күренеп тора. Бары башты шәберәк эшләтеү генә уңышҡа килтерә. Ысынында, бында “йомробаштар” йыйылған. Тағы ла бер мөһим әйбер, спорттың бүтән төрҙәре менән сағыштырғанда, ошо шахмат уйыны ғына тынлыҡты ярата.


Шулай итеп, Раевка гимназияһы беренсе урынды яуланы, икенсе урын Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейына тапшырылды, ә өсөнсө урынға Шафран ҡасабаһының урта мәктәбе сыҡты.


Илнар Шәрифуллин әйтеүенсә, ул шахмат һәм шашка уйындарына бәләкәйҙән атаһынан өйрәнгән. Тәүҙә мәктәптәге бәйгеләрҙә ҡатнашып, тәүге урындарҙы алған, аҙаҡтан республикала ойошторолған шахмат ярышында Әлшәй районы данын яҡлаған. Шахмат уйнаған балаға һәр предмет еңел бирелә, шул уҡ ваҡытта тормошта, донъя көткәндә төрлө ҡатмарлы хәлдәрҙән анһат сыға, һис тә баҙап ҡалмай. Ул өс улын һәм бер ҡыҙын кескәй саҡтан шахмат уйынына ылыҡтырған.
Читайте нас