Белем усағында талантлы һәм дәртле йәштәр өсөн уңайлы мөмкинлектәр бар. Теләге булғандар бейеү, йыр, ҡурай түңәрәктәрендә йә иһә спорт секцияларында шөғөлләнә. Бында буласаҡ белгестәр тәрбиәләү уларға белем биреү, фән менән етди шөғөлләнеүгә генә ҡайтып ҡалмай. Йәшлек һәр ерҙә лә йәшлек, шуға күрә йәштәрҙең буш ваҡыттарын файҙалы һәм хәүефһеҙ үткәреүҙе ойоштороу ҙа – төп талаптарҙың береһе. Был йәһәттән уҡыу йортонда төрлө йүнәлештә эш алып барыла.
Бөгөнгө йәштәрҙең сәләмәт тормошто үҙ итеүе, спорт менән етди шөғөлләнеүе, алама ғәҙәттәрҙән йыраҡ тороуы хуплауға лайыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы – студенттар араһында республика, Рәсәй һәм ил күләмендәге чемпиондар бар, спорт мастерҙары ла, спорт мастерлығына кандидаттар ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, һеҙ һүрәттә күргән өс спортсы егет спорттың төрлө йүнәлешен һайлаған. Әбйәлил егеттәре Рөстәм Хәйбуллин менән Тимур Агишев икенсе курста белем ала.
Рөстәм – буласаҡ юрист, Тимур технология факультетында уҡый. Ишбулды ауылында тыуып үҫкән Рөстәм бәләкәйҙән милли көрәш менән шөғөлләнә, район һәм республика чемпионы. Келәм батыры район һабантуйҙарында өс һарыҡ алған. Уның яҡташы Тимур бокс буйынса ике тапҡыр, киксбокс буйынса республика чемпионы. Тәүҙә чемпионды Сиҙәм урта мәктәбендә тренер Рөстәм Мәүлетдинов тәрбиәләгән, хәҙер ул донъя чемпионы Азамат Мусинда шөғөлләнә.
Ә бына быйыл беренсе курста белем алған Ғәҙел Булатов – “йүгерек” батырҙарҙың береһе. Әйткәндәй, уның бер туған ағаһы Рәмзил Булатов та ошо уҡ уҡыу йортон тамамлаған, еңел атлетика буйынса бер нисә тапҡыр ҡала, район һәм республика чемпионы. Ғәҙел дә ағаһынан ҡалышмай, күптән түгел Сибайҙа үткән “Авструм” ярым марафонында 10 саҡрым араны иң беренселәрҙән булып йүгереп, йәнә үҙенең миҙалдар һанын арттырған.
Шуныһы ҡыуаныслы: уҡыу йортонда спорттың ниндәй төрөн һайлаһалар ҙа, шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар бар, уларҙы артабан үҫтереү өсөн мөмкинлектәр ҙур.
Йыр-моңға, бейеүгә һәләтлеләр “Сармат” (етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин), “Ете ырыу” (Башҡортостандың халыҡ артисы Ләйсән Таштимерова), “Эдельвейс” (етәксеһе – Динис Шырмаев) халыҡ бейеү ансамбленә, ҡурай (Шамил Күсәмышев) һәм йырсы Айнур Туҡтаев етәкселегендәге вокал студияһында шөғөлләнә. Йыл һайын “Студент яҙы”, “Алло! Беҙ таланттар эҙләйбеҙ”, “Байыҡ” бейеү телевизион конкурсында Гран-приға лайыҡ була. Мәҫәлән, “Студент яҙы-2021” сараһында 100-ҙән ашыу студент ҡатнашҡан, 20-гә яҡын номер тәҡдим ителгән. Өс йырсы һәм Иҙел Хәкимовтың нәфис һүҙ буйынса сығыштары Өфөләге гала-концертҡа үткән.
Бер һүҙ менән әйткәндә, Сибай институтында һәр төрлө йүнәлеш – спорт булһынмы, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһеме, барыһы ла йәштәрҙе үҫтереүгә, уларҙың һәләттәрен асыуға ҡайтып ҡала.