Спорт һәм туризм
21 Мая 2021, 18:15

65 илдән киләсәктәр

11 – 23 августа Өфөлә спорт көрәше буйынса үткәреләсәк донъя беренселегенә 65 илдән 1 500 көрәшсе киләсәк.

11 – 23 августа Өфөлә үткәреләсәк йәш спортсылар араһындағы спорт көрәше буйынса донъя беренселегенә 65 илдән 1 500 көрәшсе киләсәк.
Был хаҡта Рәсәйҙең Спорт федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт үҫеше мәсьәләләре буйынса Совет кәңәшмәһендә әйтте. Был сараны бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров алып барҙы.
"Йәш спортсыларҙың иң шәптәре өс йылдан уҡ Парижда үткәрелгән Олимпиадала үҙ иле намыҫын яҡлаясаҡ, - тине Михаил Мамиашвили. – Өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары был йәйҙә һәр көрәшсенең көсөнә һәм таһыллығына шаһит буласаҡ".
Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, “Өфө-Арена”ла ярыштар үткәреләсәк. Шулай итеп, Башҡортостандың Рәсәй йыйылма командаһына үҙенең бер нисә кандидатын тәҡдим итеү мөмкинлеге бар.
"11 – 15 августа йәш спортсылар араһында ойоштороласаҡ донъя чемпионаты алдынан беҙҙә грэпплинг буйынса чемпионат үткәреләсәк, - тине Руслан Хәбибов. – Бынан тыш, 4-6 июндә Өфө спорт көрәше буйынса Рәсәй спаркиадаһы ҡатнашыусыларын ҡабул итәсәк. Тап унда үткәреләсәк донъя чемпионатына кандидаттар асыҡланасаҡ".
"Өфөлә уҙғарыласаҡ турнирҙарға юбилей датаһы тура килә. Быйыл Рәсәй спорты легендаһы Иван Поддубныйҙың тыуыуына 150 йыл тула, - тип хәбәр итте Росконгресс – “РК-Спорт” фонды спорт платформаһы генераль директоры Сергей Москвитин. – Шуға рәсәйҙәр һәм ил ҡунаҡтары Өфөләге беренселекте хәтерҙә ҡалдырһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Сувенирҙар, уңайлы сайттар, навигация өсөн мобиль ҡушымталар эшләйбеҙ. Барлыҡ ҙур федераль һәм халыҡ-ара майҙансыҡтарҙа промоакциялар үткәрә башлайбыҙ. Уларҙың береһе – Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы".
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Туризм буйынса дәүләт комитетына “РК-Спорт” менән берлектәге эшкә ҡушылырға ҡушты.
"Бөгөн республикала һигеҙ меңдән ашыу кеше спорт көрәше һәм билбаулы көрәш менән шөғөлләнә. Беҙ халыҡ-ара класлы мастерҙарыбыҙ, донъя чемпиондарыбыҙ һәм тап Өфөнөң Спорт көрәше буйынса донъя беренселеге үткәреләсәк урын итеп һайланыуы менән ғорурланабыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Был ярыштарҙы юғары кимәлдә ойошторасаҡбыҙ. Бер нисә йылдан иһә Өфөлә Көрәш һарайын төҙөйәсәкбеҙ. Дүрт ҡатлы ҙур бинала барлыҡ көрәш стилендәге спортсылар өсөн урын етәсәк".
Фото: glavarb.ru
Читайте нас