Спорт һәм туризм
21 Май 2021, 07:57

Беҙҙә халыҡ-ара турнир үткәреләсәк

Уға Тамара Танһыҡҡужинаның еңеүе булышлыҡ итте.

Күптән түгел Варшава ҡалаһында үткән шашка буйынса чемпионатта Тамара Танһыҡҡужинаның етенсе тапҡыр донъя чемпионы исеменә лайыҡ булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Унда яҡташыбыҙ Польша спортсыһы, ике тапҡыр донъя чемпионы Наталья Садовская менән көрәште һәм, ауыр шарттарға ҡарамай, еңеп сыҡты. Тотош донъяны яңғыратҡан был сара шашкаға ҡарата иғтибарҙы арттырҙы. Шул иҫәптән Башҡортостанда ла ошо матчтан һуң был спорт төрө йәнә көнүҙәккә әйләнде.


Үҙәк шашка клубына ҡунаҡтар килде


Күптән түгел “Башҡортостан” үҙәк шашка клубы” автономиялы коммер­цияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Юрий Черток һәм республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа башҡорт шашкасылары күнекмәләр үткәргән залды күрһәтте. Халыҡ-ара гроссмейстер, шашка буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Айнур Шәйбәков Премьер-министрҙы күнекмәләр барышы менән таныштырҙы.
Осрашыуҙа киләсәктә Башҡортос­танда шашка спорты үҫешенә бәйле һорауҙар ҙа булды. Өфөләге Достоевский урамындағы “Башҡортостан” шашка клубы үҙәге урынлашҡан бинаны ҡуртымға алыу проблемаһы хаҡында ла әйтелде. Һөҙөмтәлә бинаны оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға алыу тураһында килешелде.
Бынан тыш, муниципалитеттарҙа балаларҙың шашка спорты менән шөғөлләнеүе өсөн күнекмәләр ойоштороу хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Андрей Назаров фекеренсә, был республикала шашка уйынын популярлаштырыу ғына түгел, талантлы спортсыларҙы асыҡлау өсөн дә кәрәк.

– Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров төрлө мәсьә­ләләрҙе, шул иҫәптән республикала шашка спорты үҫеше кеүектәрҙе үҙ эсенә алған указ әҙерләргә ҡушты, – тине Андрей Назаров. – Йыл һайын Башҡортостанда халыҡ-ара шашка турниры үткәрергә уйлайбыҙ. Ул быйыл октябрҙә уҙасаҡ.
Осрашыу аҙағында республика Премьер-министры Башҡортостандың Шашка федерацияһына ярҙам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителеүе хаҡында хәбәр итте.


Өфө мэры ла уйнаны


15 майҙа Өфөләге “Ватан” паркында Тамара Танһыҡҡужина һәм башҡа арҙаҡлы спортсыларыбыҙ рус шашкаһын уйнаны. Һәр кем ҡатнаша алған был турнирҙы үткәрергә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков тәҡдим иткәйне. Ул да чемпионыбыҙ менән шашка уйнаны.
Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙҙар араһын­да халыҡ-ара шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина, ир-егеттәр араһында ошо уҡ төр буйынса донъя чемпионы Айнур Шәйбәков, ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса блицта донъя чемпионы Әлиә Әми­нева, ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса рапидта донъя чемпионы Айгөл Иҙрисова, ир-егеттәр араһында рус шашкаһы буйынса рапидта донъя чемпионы Муродулло Амриллаев, йәштәр ара­һында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы Даниил Ильин, йәштәр араһында халыҡ-ара шашка буйынса Европа чемпионы Тамерлан Әхмәров, йәштәр араһында халыҡ-ара шашка буйынса Европа чемпионы Марсель Шәрә­фетдинов ҡатнашты.
– Барығыҙҙы ла донъяның шашка буйынса баш ҡалаһында сәләмләүемә шатмын. Тап шулай, сөнки Ер шарындағы ғәмәлдәге алты чемпиондың бишәүһе Өфөлә йәшәй һәм күнекмәләр үткәрә. Улар бөгөн үҙенсәлекле сарала ҡатнаша.
Шашка – мауыҡтырғыс уйын. Беҙ уны бәләкәй саҡтан уйнайбыҙ. Барығыҙға ла сағыу уйын һәм еңеү теләйем, – тине Сергей Греков сараны асҡанда.
Тамара Танһыҡҡужина үҙенә арналған байрам өсөн рәхмәт әйтте.

– Варшавала Рәсәй, Башҡортостан шашка мәктәбенең иң көслө икәнлеген раҫланыҡ. Турнир йолаға әүерелер тип ышанам һәм беҙ йышыраҡ осрашырбыҙ, – тине ул.
Оҫталар менән тигеҙ иҫәпкә уйна­ғандарға һәм уларҙы еңгәндәргә сараны ойоштороусылар – Өфө хаки­миәте һәм “Рәсәй шашка феде­рацияһы” ижтимағи ойошмаһының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Бынан тыш, турнирҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла иҫтәлекле сертификаттар алды.
Павел Столяровҡа, Наилә Сабироваға, Дилә Ғиззәтуллинаға, Мөхәдрислам Мөхәмәтовҡа, Владимир Барашковҡа еңеү яуларға насип булды. 34 кеше уйнағанда тигеҙ иҫәп теркәлде. Тағы саралағы иң йәш ҡатнашыусыға – дүрт йәшлек Ярослав Тарасовҡа һәм иң олоһона – 84 йәшлек Геннадий Сергеевҡа ла махсус наградалар тапшырылды.
Читайте нас