“Спорт үҫеше мәсьәләләре буйынса совет ойошторорға ҡарар иттек, - тине республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт мәсьәләләре буйынса совет кәңәшмәһен асҡанда. – Быны йәш спортсыларҙың көрәш буйынса беренселек алдынан үткәрәбеҙ”.
Сарала Башҡортостандың баш ҡалаһында йәш спортсылар араһында спорт көрәше буйынса донъя беренселеге, Токиола үтәсәк йәйге Паралимпиада уйындарында Рәсәй командаларының ҡатнашыуы һәм башҡалар хаҡында һөйләшеү булды.
Башҡоростан Башлығы белдереүенсә, республикабыҙ билдәле спортсылары менән дан тота. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы йылдарҙа спортҡа иғтибар артҡандан-арта. Был – халыҡтың сәләмәтлеге нығыныр, тимәк, киләсәге булыр, тигән һүҙ.
Физик культура менән әүҙем тормошто пропагандалау һөҙөмтәһендә илебеҙҙә спорт менән даими шөғөлләнгән кешеләр һаны йылдан-йыл күбәйә. Башҡортостанда иһә барлығы 1 миллион 800 мең кеше спортты үҙ иткән, тип белдерелде сарала.
Әйткәндәй, һуңғы бер нисә йылда республикабыҙҙа спорт объекттарының бер-бер артлы барлыҡҡа килеүе, әлбиттә, был тармаҡ үҫешенә йоғонто яһамай ҡалманы. Өфөлә “Төҙөүсе” стадионы аръяғында шорт-трек үҙәге асылды. Баш ҡалалағы Республика спорт әҙерлеге үҙәгендә Николай Валуев исемендәге бокс буйынса олимпия резервының спорт мәктәбе эшен башланы. Илебеҙҙә ошоға тиклем бындай спорт мәктәбе юҡ ине. Былтыр ғына республикабыҙҙа төрлө кимәлдәге әллә күпме спорт объекты сафҡа инде.
Мәғлүм булыуынса, Өфөләге Спорт әҙерлеге үҙәге Рима Баталованың исемен йөрөтә. Республикабыҙҙың һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән спортсыларының ҡаҙаныштары иһә тотош донъяға билдәле. Ул ғына ла түгел, был спорт объекты тотош илдә, Мәскәү ҡалаһын ғына ҡалдырып, икенсе урынды яуланы. Тағы Адреслы республика инвестиция программаһы нигеҙендә ябыҡ футбол манежы һалына.
Бәхеткә күрә, республикабыҙҙың спорт өлкәһендә ҡыуаныслы яңылыҡтар даими булып тора. Уларҙың береһе – “Ауыл тренеры” программаһы эш башланы. 11 спорт төрө – спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, еңел һәм ауыр атлетика, уҡ атыу, каратэ, спорт йүнәлешле һәм тай боксы буйынса 15 тренер 600 мең һумлыҡ сертификат аласаҡ. Аҡса ҡулға түгел, сертификат итеп бирелә. Уларҙы өй һатып алыуға йәки төҙөүгә тотонорға мөмкин.
“Беҙ – Рәсәйҙә ошо программаны тормошҡа ашыра башлаған берҙән-бер төбәк. Уның менән башҡалар ҙа ҡыҙыҡһына ”, – тип белдерҙе кәңәшмәлә Радий Хәбиров.
Сарала ҡайһы бер тренерҙарҙың, ветерандарҙың ауыр тормош хәлендә булыуы, уларға ярҙам сараларының кәрәклеге хаҡында әйтелде.
Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбиров йәш спортсылар араһында августа Өфөлә үткәреләсәк донъя беренселегенә әҙерлек эше хаҡында һөйләне. Унда 65 илдән вәкилдәр ҡатнашыр тип көтөлә.
Һуңғы йылдарҙа республикала төрлө ҙур спорт саралары үткәрелә. Семен Елистратов, Эдуард Латипов, Александр Третьяков, Динар Вәлиев, Тамара Танһыҡҡужина һәм башҡалар республикабыҙ намыҫын донъя аренаһында яҡлай, тип билдәләне Руслан Хәбибов.
Бынан тыш, спортсыларҙы реабилитациялау, ярыштар ваҡытында санитар-эпидемиологик сараларҙы үтәү, спорт сараларында ҡатнашыусыларҙың яуаплылығы һәм башҡалар хаҡында ла һүҙ барҙы сарала.
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт мәсьәләләре буйынса советтың киләһе ултырышы өс айҙан үткәреләсәк тип әйтелде. Унда ауыл спорты, алдынғы хеҙмәт резервтары һәм башҡалар хаҡында һөйләшеү булыр тип планлаштырыла.
Әйткәндәй, күптән түгел Сәйәси конъюнктура үҙәге илдең спорт үҫешенә ҙур иғтибар бүлгән губернаторҙар рейтингын төҙөнө. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өсөнсө урынды яуланы. Беренсе урында – Мәскәү мэры Сергей Собянин, икенсе урында Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов ине. Тикшереүселәр әйтеүенсә, республикабыҙ етәксеһе – социаль селтәрҙә спорт темаһын йыш телгә алған төбәк етәкселәренең береһе. Был хәл үҙе үк күп нимә хаҡында һөйләй.
Кәңәшмә аҙағында спорт үҫешенә тос өлөш индергәндәргә дәүләт наградалары тапшырылды.