“Салауат Юлаев” хоккей клубы уйынсылары донъя чемпионатында ҡатнашасаҡ Белоруссия йыйылма командаһы составына инә. Был сара бөгөн Ригала башлана.
Һаҡсылар Дмитрий Коробов, Евгений Лисовец, һөжүм итеүсе Джефф Плэтт үҙ илдәре данын һаҡлаясаҡ. Әммә шуныһы үҙенсәлекле: Рәсәй йыйылма командаһына юлаевсыларҙан бер кем дә эләкмәне.
Беҙ һеҙҙе Рәсәй йыйылма командаһы матчтары менән таныштырмаҡсыбыҙ.
22 май – 16.15, Бөйөк Британия.
24 май – 16.15, Словакия.
29 май – 16.15, Швейцария.
1 июнь – 20.15, Белоруссия.