Спорт һәм туризм
22 Май 2021, 15:30

Сит өлкәгә туристик маршруттар асыла

Тиҙҙән теләгән һәр кеше Һамар өлкәһенә экскурсияларға бара ала.

Кисә Өфө ҡалаһында Башҡортостан һәм Һамар өлкәһе араһында туристик маршруттар төҙөү буйынса фекер алышыу булды. Күрше төбәк делегацияһы тыуған яғының туристик мөмкинлектәренең презентацияһын тәҡдим итте. Һамар Мәҙәниәт министрлығының туризм департаменты етәксеһе Артур Әбдрәшитов төбәктең тәбиғи, мәҙәни үҙенсәлектәре менән таныштырҙы.
"Һамар өлкәһе һәм Башҡортостан үҙ-ара уңайлы логистика менән тығыҙ бәйләнгән. Былтыр субсидиялы авиарейс булдырылды, ул Өфө һәм Һамар ҡалаһын тоташтыра. Был авиаосош Utair компанияһы тарафынан дүшәмбе һәм йома көндәрендә башҡарыла. Рейстарҙың ял көндәренә тура килеүе ҡала менән танышырға теләүселәр өсөн бигерәк тә уңайлы. Шулай уҡ туристар, тимер юл мөмкинлектәрен файҙаланып, сәйәхәт өсөн уңайлы ваҡытты һайлай ала. Шул уҡ ваҡытта күптәрҙең автомобиль йүнәлешендәге сәйәхәтте үҙ итеүен дә оноторға ярамай, был тәңгәлдә лә бар эштәр яйға һалынғған.
Туризм департаменты менән берлектә Һамар өлкәһенең һигеҙ туроператоры вәкилдәре Өфөгә килде. Улар төрлө яҡлап иң ҡыҙыҡлы туристик продукттарҙы күрһәтә. Брендлы "Жугилевские выходные" маршруты, Волга буйлап теплоходта сәйәхәт итеү, йылға круиздары, сәнәғәт туризмы - быларҙың барыһы ла Һамар өлкәһенә килеүселәрҙе ҡыҙыҡһындырасаҡ. Беҙ үҙебеҙгә килгән ҡунаҡтарҙы йылдың һәр миҙгелендә ҡаршы алырға әҙербеҙ", - тине Артур Әбдрәшитов.
"РЖД" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкиле Сергей Блохин тимер юлы туризмының иң яҡшы практик өлкәләренең презентацияһын күрһәтте.
Республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова билдәләп үтеүенсә, осрашыуҙа Башҡортостан һәм Һамар өлкәһенең төбәк-ара турҙарын үҫтереү буйынса төрлө һорауҙар ҡаралды. Ике төбәк араһындағы туристик маршруттарҙы булдырыу һәм асыу туризм өлкәһендәге перспективалы йүнәлештәрҙең береһе булып тора.
Ҡунаҡ ашы ҡара-ҡаршы тигәндәй, июнь аҙаҡтарында Башҡортостан делегацияһы Һамар өлкәһенә барып, республиканың туризм йүнәлешендәге төрлө мөмкинлектәрен презентацияларға йыйына. Тимәк, тиҙҙән теләгән һәр кемгә Һамар өлкәһенә барып, уның матурлығын ҡарап, танышып ҡайтырға мөмкин буласаҡ.
Фото:34travel.me
Читайте нас