Спорт һәм туризм
24 Май 2021, 09:15

Ә һин әҙерме?

Башҡортостанда “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” комплексын үҫтереү өсөн шарттар булдырыласаҡ.

Башҡортостанда “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” комплексын үҫтереү өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмә әҙерләргә ҡушты. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә билдәле булды.
Был темаға арналған доклад менән республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, 2024 йылға тиклем ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн майҙансыҡтар бөтә муниципалитеттарҙа ла барлыҡҡа килергә тейеш. Бының өсөн төбәк бюджетынан 21,7 миллион һумлыҡ субсидия бүленгән.
– 63 муниципалитеттың һәр береһе өсөн 69 мобиль спорт ҡорамалдары һатып алынған, уның дөйөм суммаһы 21,7 миллион һум (һәр береһенә 315 мең һум тура килә), – тине ул.
ГТО комплексының электрон базаһында бөгөнгә ҡарата 515 мең Башҡортостан кешеһе теркәлгән. Йыл аҙағына тиклем министрлыҡ был һанды 550 меңгә тиклем еткерергә планлаштыра.
Республиканың ҡала һәм райондарында әле 68 тест үтеү үҙәге эшләй. Бөрө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында улар икешәр.
Комплекс 6-70 һәм унан да өлкәнерәк йәштәге кешеләрҙән 11 йәш төркөмө буйынса спорт нормативтарын ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. ГТО комплексы нормативтарын тапшырырға теләһәгеҙ, www.gto.ru сайтында теркәлергә, медицина рөхсәте алырға һәм тест үҙәгендә һынау үтергә кәрәк. Аҙаҡ тантаналы шарттарҙа отличие билдәһе тапшырыласаҡ.
Фото: orengorsport.ru
Читайте нас