14 июндә билдәләнгән Башҡортостан матбуғаты көнө алдынан “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто филиалы – Туймазы мәғлүмәт үҙәге үҙенсәлекле сара – спорт флешмобы ойошторҙо. Физкультура менән шөғөлләнер өсөн хатта хаҡлы ялдағы матбуғат ветерандары ла килде.
Флешмоб мәҙәниәт һәм ял паркындағы спорт тренажерҙары ҡуйылған майҙансыҡтта үтте. Байрам йәшел биләмә буйлап өс саҡрымға йүгереү менән башланды. Журналистар союзының беренсел ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Ләлә Мусина коллегаларына тренажерҙарҙа көс һәм кардиокүнекмәләр тәҡдим итте.
Әйткәндәй, Туймазы мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре район кимәлендәге спорт ярыштарында – саңғы уҙышы, еңел атлетика кросы, шахмат һәм шашка турнирҙарында ла даими ҡатнаша. Бынан тыш “Туймазы хәбәрҙәре” гәзите еңел атлетика буйынса асыҡ беренселекте ойоштороусы булып сығыш яһай.
– Журналистар спорт, чемпиондар һәм сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында яҙып ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнә. Был Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында айырыуса мөһим, – тип билдәләне предприятие директоры, Журналистар союзының беренсел ойошмаһы рәйесе Гәүһәр Фазуллина.
Фото: Туймазы мәғлүмәт үҙәге.