Спорт һәм туризм
28 Май 2021, 04:59

Башҡорт тоҡомло аттар ғына ҡатнаша

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында III “Терра Башҡортостан” ат спорты турниры башланды. Үткән шәмбе иң тәүгеләрҙән булып Әбйәлил, Күгәрсен, Бишбүләк һәм Саҡмағош райондары юртаҡтары ярышты.

Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында III “Терра Башҡортостан” ат спорты турниры башланды. Үткән шәмбе иң тәүгеләрҙән булып Әбйәлил, Күгәрсен, Бишбүләк һәм Саҡмағош райондары юртаҡтары ярышты.


Һөҙөмтәлә Күгәрсен районынан Азамат Йәрмөхәмәтов, барыһынан да күберәк мәрәй йыйып, беренселекте яуланы. Әйткәндәй, был турнирҙа ошо сарала былтыр еңеп сыҡҡан Айгөл Моратова ла булды. Белеүебеҙсә, ул – Шишмә районынан.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ярыштар регламентына ярашлы, турнирҙың һәр этабы ике өлөштән тора. Тәүге­һен­дә һәр райондан ике көслө ярышсы асыҡланһа, икенсеһендә райондар чемпиондары беренселек өсөн көрәшә. Ә турнир үҙе барыһы 12 этаптан тора. 12 йәше тулған спортсылар ярыштарҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Быйыл барлығы 54 райондан вәкилдәр республика турнирында үҙен һынап ҡараясаҡ.
Элек-электән ат сабыштары халҡы­быҙҙың яратҡан бәйгеләренең береһе һанала. Беренсе тапҡыр 2019 йылда үткәрелгән “Терра Башҡорт­остан” республикабыҙҙың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арнал­ғайны. 2021 йылда үткәрелгән турнирҙың сират­тағы этабы 5 июндә буласаҡ. Унда йәрәбә һөҙөмтәләренә ярашлы һайлап алынған йәнә алты район һыбайлы­лары беренселек өсөн көс һынашасаҡ.
Шуныһы үҙенсәлекле: турнирҙа башҡорт тоҡомло аттар ғына ҡатнаша. Был яңылыҡ ошо спорт төрөн яратыусылар араһында бәйгегә ҡарата иғтибарҙы арттырмай ҡалмаҫ, моғайын. Сараның маҡсаты ла – башҡорт тоҡомло аттарҙың генофондын һаҡлау, арттырыу. Өҫтәүенә турнир – милли йолаларыбыҙҙы һаҡлау, сәләмәт тормошто пропагандалау өсөн ойошторолған ҙур сара.
Әйткәндәй, киләһе йылда турнирҙа ҡатнашыу ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереләсәк: аттарҙың паспорты булыуы мотлаҡ талаптарҙың береһе һаналасаҡ.
Һыбай сабырға яратҡандар иғтиба­рына тағы бер яңылыҡ бар. Һайлап алыу турында һәм финал ярыштарында еңеп сыҡҡандарға аҡсалата приз күләме йылдан-йыл арта.
Читайте нас