Спорт һәм туризм
28 Май 2021, 04:58

Дәүләкәндәр сәләмәт тормош яҡлы

Дәүләкәндәге физкультура-һауыҡтырыу комплексында Валерий Терентьевтың яҡты иҫтәлегенә арналған самбо буйынса асыҡ республика турниры үткәрелде.

Дәүләкәндәге физкультура-һауыҡтырыу комплексында Валерий Терентьевтың яҡты иҫтәлегенә арналған самбо буйынса асыҡ республика турниры үткәрелде.


Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Валерий Терентьев – Дәүләкән ҡала­һында самбо һәм дзюдоға нигеҙ һалыусы. Ул был район ғына түгел, республика, хатта тотош ил спорты үҫешенә тос өлөш индергән.
Ярышты асыу тантанаһына самбо буйынса чемпион, халыҡ-ара спорт мастеры, Башҡортостандың Самбо буйынса федерацияһы вице-президенты Анатолий Яковлев, Дәүләкән районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Виктор Маслов, Валерий Валерьевичтың туғандары һәм яҡындары килде. Был көндө билдәле тренерҙың яҡты иҫтәлегенә сәскәләр һалынды.
Асыҡ фестивалдә Әлшәй, Баймаҡ, Мәләүез, Илеш, Ауырғазы райондары, Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Белорет, Благовещен һәм Дәүләкән ҡалалары спортсылары ҡатнашты.
Дәүләкән спортсылары республика­быҙҙағы, илдәге спорт үҫешенә тос өлөш индерә. Күптән түгел Түбәнге Новгород өлкәһенең Кстово ҡалаһын­да үткәрелгән Волга буйы федераль округының самбо буйынса беренселе­гендә Диана Шәмсетдинова, район һәм республика намыҫын яҡлап, беренселекте яуланы. Ул, 40 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә беренсе урынды алып, ярыштарҙың сентябрҙә Ҡазанда үтәсәк финалына юллама эләктерҙе.
Әйткәндәй, күптән түгел Дәүләкән районының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” физкультура-спорт комплексы нормаларын үтәне. Ә был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк-ара проекты сиктәрендә үткәрелә.
Читайте нас