Өфө ҡалаһының “Динамо” стадионында Башҡортостандың халыҡ артисы, башҡорт дикторы Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә волейбол буйынса ойошторолған турнир сәмле барҙы. Унда Әхәт Мотаһар улының ҡатыны Тәнзилә Үлмәҫбаеваны, уларҙың балалары Салауат менән Гүзәлиәне күреү моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла ине.
Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов хәбәр итеүенсә, һағынып һөйләрлек спорт сараһы үтте, һәр уйынсы команданы алға сығарыу өсөн тырышты, ғөмүмән, волейбол уйынын традицияға әйләндереп, дауам итергә кәрәк.
Шул иғтибарға лайыҡ, хәбәрселәр йөкмәткеле тапшырыуҙар әҙерләп күрһәтеүе, радио аша яңғыратыуы, мәҡәләләр яҙыуы менән бер рәттән спорт һөйөүселәр икәнен дә иҫбат итте был көндө.
Шулай итеп, беренсе урынды БЮТ каналы (капитан – Йәмил Ишмөхәмәтов) алды. Икенсе урынға "Юлдаш" радиоһы (капитан – Руслан Ғәйнанов) сыҡты. Ә өсөнсө һәм дүртенсе урындарҙы "Рәсәй-Башҡортостан" телеканалы (капитан – Зәкир Шәрипов) менән Матбуғат йорто журналистары (капитан – Артур Батыршин) бүлеште.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.