Спорт һәм туризм
28 Май 2021, 04:50

Әхәт Мортазин иҫтәлегенә турнир башлана

Өфө ҡалаһының “Динамо” стадионында Башҡортостандың халыҡ артисы, башҡорт дикторы Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә республикабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары араһында волейбол буйынса ярыш уҙғарыла.

Бөгөн Өфө ҡалаһының “Динамо” стадионында Башҡортостандың халыҡ артисы, башҡорт дикторы Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә республикабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары араһында волейбол буйынса ярыш уҙғарыла.
– Әхәт Мортазинды универсал диктор тип беләбеҙ, әйтеүҙәренсә, ул яңылыҡтарҙы бер ниндәй әҙерлекһеҙ уҡыған, тапшырыуҙарҙы юғары кимәлдә алып барған, – тип һөйләй Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов. – Башҡортостандарҙың һәм республикабыҙҙан ситтә ғүмер кисергән яҡташтарыбыҙҙың һәр иртәһе “Өфө һөйләй...” тигән һүҙҙәр менән башлана торғайны. Оҫтаның яғымлы тауышы һәр йортҡа ғына түгел, ә һәр кешенең күңеленә үтеп ингәйне.
Киң мәғлүмәт саралары коллективтарынан бер нисә волейбол командаһы төҙөлгән. Журналистар һәр йәһәттән дә алдынғы булырға тейеш, спортта ла һынатмаҫтарына шик юҡ.
Фото: Илдар Аҡъюлов.
Читайте нас