Һәммәбеҙ ҙә Рәсәй йыйылма командаһына “ЕВРО-2021”гә хат яҙыу һәм бының өсөн бүләк алыу мөмкинлегенә эйә.
Европаның футбол буйынса чемпионаты алдынан Рәсәйҙең йыйылма командаһы һәм уның партнеры – Рәсәй Почтаһы – “Йыйылма командаға хат” конкурсын иғлан итте. Был көйәрмәндәрҙең уйынсыларға төрлө йылы һүҙҙәр йәки үҙ тормошоғоҙҙан футбол менән бәйле ҡыҙыҡлы тарих яҙыу өсөн ойошторола.
Иң яҡшы мөрәжәғәттәрҙең авторҙарына бүләктәр – йыйылма команда уйынсыларының автографтары ҡуйылған туптар һәм футболкалар тапшырыласаҡ. Был хаттарҙы түбәндәге өс ысул менән ебәрергә мөмкин:
1. 115172, Мәскәү ҡалаһы, Халыҡ урамы, 9-сы йорт адресы буйынса хат аша. Тик унда “Йыйылма команда почтаһы конкурсына” тип яҙырға онотмағыҙ.
3. Pochta.rfs.ru сайтындағы форма аша ла үҙ бәхетегеҙҙе һынай алаһығыҙ.
Конкурс 9 июнгә тиклем барасаҡ. Жюри һәр аҙнаның кесе йомаһында өс еңеүсене билдәләй. Сара шарттары тураһында pochta.rfs.ru. тағы ла ентеклерәк белергә мөмкин.