Спорт һәм туризм
29 Май 2021, 04:00

"Һәр йәштә спорт менән шөғөлләнегеҙ!"

Туймазыға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров капиталь ремонт барған “Спартак” ҡала стадионында булды.

Кисә Туймазыға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров капиталь ремонт барған “Спартак” ҡала стадионында булды. 1980 йылда сафҡа индерелгән спорт объектында 400 метрлыҡ йүгереү юлы, яһалма япмалы футбол яланы, дүрт мең урынға иҫәпләнгән трибуналар бар.
Стадион базаһында еңел атлетика, футбол, полиатлон бүлексәләре, шулай уҡ шахмат клубы урынлашҡан. Төрлө кимәлдәге ярыштар үткәреү өсөн төҙөүселәр капиталь ремонт башлаған, йүгереү юлдары япмаһын, трибуналарҙағы эскәмйәләрҙе алмаштырған, прожекторлы яҡтыртыу мачталары ҡуйылған, видеокүҙәтеү системаһы монтажланған, минифутбол майҙаны төҙөкләндерелгән.
Республика етәксеһе урындағы “Спартак” футбол клубы спортсылары менән әңгәмәләште. 2021 йылда команда лицензиялау үтеп, профессиональ клуб статусын алған, хәҙер ул Рәсәй беренселегенә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнаша аласаҡ.
Команданың бөтә уйынсылары ла - үҙебеҙҙең футбол тәрбиәләнеүселәре. Башҡортостан чемпионаты һәм кубогында клубтың мәнфәғәтен ике команда – “Спартак-Дубль” һәм “Спартак-Юниор” яҡлаясаҡ. Икеһе лә турнирҙа алдынғы позицияла иҫәпләнә.
Радий Хәбиров спортсыларҙы уңыштары менән ҡотланы. Ул “Туймазы-Арена” боҙ спорт комплексында республика Хөкүмәте һәм Туймазы районы командалары араһында үткәрелгән хоккей матчында ла ҡатнашты.
- Һәр кемдең, ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, спорт менән шөғөлләнеүе бик мөһим. Был - ҙур ҡәнәғәтләнеү тойғоһо һәм сәләмәтлек тураһында хәстәрлек, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан күп яңы объекттар төҙөргә, спортты пропагандаларға һәм үҫтерергә вәғәҙә бирәбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас