25 майҙа илебеҙҙә балаларҙың турист кешбэгы программаһы ғәмәлгә инде. Уны Рәсәйҙең Туризм буйынса федераль агентлығы тормошҡа ашыра. Ошо мәлдән алып һәр теләгән кеше балалар лагерҙарына путевка хаҡының бер өлөшөн ҡайтара ала. Атап әйткәндә, һүҙ 50 процентҡа тиклемге өлөш хаҡында бара, әммә ҡайтарылған сумма 20 мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Хаҡты түләгәс, биш көн эсендә аҡса автоматик рәүештә түләгән картаға кире ҡайтарыласаҡ. Төп шарт: путевка фәҡәт
мирпутешествий.рф. сайтындағы махсус программала теркәлгән “Мир” картаһы аша түләнергә тейеш.