Башҡортостандың иҫ киткес матур, ҡабатланмаҫ гүзәл тәбиғәт мөйөштәре бар, шуларҙың береһе Асҡын районында урынлашҡан. Көҙөй ҡарттар һәм инвалидтар интернат-йортонда тәрбиәләнеүселәр ошо көндәрҙә Асҡын боҙ мәмерйәһендә булып, тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итеп ҡайтты.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтмәксебеҙ, тәбиғәт объектына сәфәр ҡылыуҙы сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең дә файҙаланыуын тормошҡа ашырыу идеяһын “Төбәк хәстәрлеге” Халыҡ фронты проекты авторы, “Вера” хоспистарға ярҙам итеү хәйриә фонды учредителе Нюта Федермессер күтәреп сыҡҡайны. Төбәк меценаттары һәм ҡыҙыҡһыныу белдергән бөтә кешеләр идеяны эләктереп алды һәм эште башланы.
- Тәрбиәләнеүселәребеҙ тәбиғәттең был мөғжизәһенә һоҡланып туя алманы. Бер йыл буйы изоляцияла ултырғандан һуң сәфәр улар өсөн бик файҙалы булды. Экскурсия ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле. Мәмерйәгә тиклем ике километр самаһы юлды йәйәүләп үтергә кәрәк. Күрһәткестәр ҡуйылған, йылғалар аша күперҙәр һалынған. Маршрут үтеү өсөн ҡатмарлы түгел, - ти учреждение етәксеһе Полина Тазеева.
Был юлы туристик һуҡмаҡты хеҙмәткәрҙәр менән бергә биш кеше үтте, киләсәктә улар башҡаларҙы ла мәмерйәгә сәфәргә алып сыҡмаҡсы. Туристар экскурсияны ойошторған тележурналист һәм туризм өлкәһендәге проекттар авторы Гүзәл Сулпановаға рәхмәт белдерә.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.