2021 йылда “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) комплексы 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Өҫтәүенә, быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан ил халҡын физик тәрбиәләүҙең был норматив нигеҙҙәрен ҡайтанан тергеҙеүгә ете йыл тулды.
Һуңғы ете йылда Рәсәйҙә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) комплексына 14,5 миллион кеше ҡушылды. Уларҙың 4,4 миллионы һынауҙарҙы уңышлы үтте һәм отличие билдәһе алды.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты сиктәрендә илебеҙ парктарында һәм скверҙарында 1128 майҙансыҡ төҙөлдө, уларҙа төрлө физкультура ҡорамалдары, тренажерҙар барлыҡҡа килде. Рәсәй спорт министры Олег Матыцин белдереүенсә, илдә 2,6 мең ГТО тесы үҙәге эшләй.
Башҡортостанда ла “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) комплексы сараларын тормошҡа ашырыу уңышлы бара. Республиканың ҡала-райондарында тест үткәреү өсөн 70-кә яҡын үҙәк булдырылған. Беҙҙә даими рәүештә йыл дауамында дөйөм белем биреү ойошмалары, студенттар, закон сығарыу һәм башҡарма власть хеҙмәткәрҙәре, хеҙмәт коллективтары, ғаилә командалары араһында ГТО буйынса йәйге һәм ҡышҡы фестивалдәр ойошторола. Бынан тыш, республиканың йыйылма командалары халыҡтың бөтә категориялары араһында үткәрелгән ГТО буйынса Бөтә Рәсәй фестивалдәрендә ҡатнаша.
Был проект йәштәргә лә, ололарға ла физик культура менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. 2024 йылға тиклем Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә спорт объекттары күберәк ҡалҡып сығыр, Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) физкультура-спорт комплекстары барлыҡҡа килер, ә спорт хеҙмәткәрҙәре яңы белемгә эйә булыр, квалификацияһын камиллаштырыр тип көтөлә.
“Спорт – йәшәү рәүеше” – республикалағы барлыҡ ҡалалар һәм райондар өсөн мөһим проект. Был проект аҡсаһына хоккей, футбол һәм башҡа спорт уйындары өсөн төрлө ҡорамалдар һәм ҡоролмалар алынасаҡ һәм башҡа эштәр атҡарыласаҡ.
Күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика Хөкүмәтендә үткәрелгән кәңәшмәлә ҡушыуы буйынса “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) комплексы үҫеше өсөн 2024 йылға тиклем барлыҡ муниципалитеттарҙа ГТО-ны тапшырыу өсөн майҙансыҡтар барлыҡҡа киләсәк. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, төбәк бюджетынан 21,7 миллион һумлыҡ субсидия бүленгән. “63 муниципалитетҡа ГТО-ның тест үҙәктәре өсөн 21741,9 мең һумлыҡ 69 мобиль спорт комплекты һатып алынды”, – тип белдерҙе Руслан Хәбибов.
Әле ГТО комплексы мәғлүмәттәре электрон базаһында Башҡортостандан 515 кеше теркәлгән. Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы был һанды 550 меңгә тиклем арттырырға уйлай.
Башҡортостандағы ҡала-райондарҙа тест үткәреү өсөн 68 үҙәк (Бөрөлә һәм Стәрлетамаҡта – икешәр) булдырылған. Республикала даими рәүештә йыл дауамында дөйөм белем биреү ойошмалары, студенттар, закон сығарыу һәм башҡарма власть хеҙмәткәрҙәре, хеҙмәт коллективтары, ғаилә командалары араһында ГТО буйынса йәйге һәм ҡышҡы фестивалдәр ойошторола.
Был комплекстар 11 йәш төркөмөндә – алтынан 70 йәшкә тиклемгеләр араһында – спорт нормативтарын ҡабул итеү өсөн барлыҡҡа килгән. Республикала йәшәгән һәр кемгә ГТО комплексы нормативтарын үтәү өсөн түбәндәге этаптарҙы үтергә кәрәк:
2. Нормативтарҙы үтәү өсөн медицина рөхсәтен алыу.
3. ГТО тесын үтеү үҙәктәрендә һынауҙарҙы үтеү.
4. Тантаналы рәүештә отличие билдәһен тапшырыу.