Спорт һәм туризм
3 Июнь 2021, 16:21

Йорт стенаһында – футболсылар һүрәте

Өфө ҡалаһының Октябрь проспектындағы йорттарҙың береһендә “Өфө” футбол клубы фанаты граффити эшләгән.

Өфө ҡалаһының Октябрь проспектындағы йорттарҙың береһендә “Өфө” футбол клубы фанаты граффити эшләгән.


Йорт стенаһында клуб легендалары – “Өфө” футбол клубы генераль директоры Шамил Ғәзизов, тренерҙар Сергей Семак, Виктор Гончаренко, ҡапҡасы Александр Беленов, башҡорт футболы тәрбиәләнеүсеһе Игорь Дивеев һәм Англияның тотош донъяға билдәле “Манчестер Сити” командаһы һаҡсыһы Александр Зинченко һынландырылған.
Был граффитиҙың авторы – “Өфө” командаһы фанаты, рәссам Владислав Столяров. Бында баш ҡалабыҙ командаһы ғына түгел, “Зенит”, “Краснодар” кеүек командалар көйәрмәндәре лә иҫтәлеккә фотоға төшөр, моғайын.
Читайте нас