Спорт һәм туризм
5 Июнь 2021, 08:30

Етмеш көндән ҙур сара башлана

Михаил Мамиашвили буласаҡ беренселекте тарихи ваҡиға тип атаны һәм Башҡортостан етәксеһенә ярыштарҙы ҡабул иткән өсөн рәхмәт белдерҙе.

4 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин 11 – 23 августа Өфөлә йәш спортсылар араһында үткәреләсәк Спорт көрәше буйынса халыҡ-ара беренселеге старт алыуына тиклем 70 көн ҡалыуға кире иҫәпте башланы.
Таймерҙы башлау хоҡуғы грек-рим көрәше буйынса Европа беренселегендә приз яулаған Илья Кандалинға һәм Башҡортостан Спорт көрәше федерацияһының почетлы вице-президенты, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Венер Ғәйнуллинға бирелде.
Тантаналы сарала өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы, сенатор Александр Карелин, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили, Рәсәй йыйылма командаларының спорт әҙерлеге үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Георгий Брюсов, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов ҡатнашты.
– Йәш спортсылар араһында донъя беренселеген үткәреү хоҡуғын Рәсәйҙең Спорт министрлығы ярҙамында яуланыҡ, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Унлаған дәүләт вәкилдәрен көтәбеҙ. Был матур, ҙур, сағыу сара буласаҡ.
– Спорт тормошобоҙҙоң айырылмаҫ өлөшө булыуын теләйбеҙ, - тине Олег Матыцин. – 70 көндән Өфөлә үткәреләсәк ярыштар барлыҡ донъя халҡын үҙенә йәлеп итәсәк. Турнир юғары кимәлдә уҙыр тип ышанам. Рәсәй, алға!
Александр Карелин Башҡортостанға, ҡатмарлы эпидемиологик хәл булһа ла, шәп спорт сараларының үткәрелеүе өсөн рәхмәт белдерҙе. Михаил Мамиашвили буласаҡ беренселекте тарихи ваҡиға тип атаны һәм Башҡортостан Хөкүмәтенә, шәхсән Радий Хәбировҡа ярыштарҙы ойоштороу өсөн рәхмәт әйтте.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас