Бөгөн, 5 июндә, “Красноусол” шифаханаһында байкерҙар ҡатнашлығындағы спорт фестивале үтә. Учреждениела ял итеүселәр һәм төрлө яҡтан килгән ҡунаҡтар Башҡортостандың туристик тормошонда ғәҙәти түгел ваҡиғаға шаһит булды.
Фестивалдә мотокүргәҙмә, футбол, мини-гольф һәм пляж волейболы буйынса спорт турнирҙары, уҡ атыу йәһәтенән оҫталыҡ дәресе, һауа шарында осоу, конкурстар, уйындар, эстафеталар үтте, бүләктәр уйнатылды, балалар өсөн анимация ойошторолдо.
“Красноусол”дағы спорт фестивале "TERRA BASHKIRIA HARLEY RIDE” традицион мотойөрөш маршрутының бер нөктәһенә әүерелде. Быйыл әлеге сара 3 - 6 июндә үтә.
Шифахана директоры Евгений Волков фекеренсә, беҙҙең республикала курорт туризмын үҫтереү өсөн бөтөн шарттар бар.
"Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаған, ғаилә менән ял итеү өсөн ойошторолған күмәк саралар беҙгә бик кәрәк. Улар кешеләрҙе берләштерә, ыңғай тойғолар, яҡшы кәйеф бүләк итә. Әгәр ошондай саралар беҙҙең “Красноусол” кеүек матур шифаханала үтә икән, был гармонияны арттыра, әҙәм балаһы менән тәбиғәтте бер бөтөн итә. Шифахана дауаланыу урыны ғына түгел, ә әүҙем тормош алып барыу ере лә", – тине ул.
Мотойөрөштө ойоштороусыларҙың береһе Сергей Белоусов белдереүенсә, был сара кешеләргә бик оҡшай.
"Харлей Дэвидсон клубтары, йола буйынса, үҙ төбәгендә мотойөрөштәр үткәреп тора. Беҙ – “Harley-Davidson® Өфө (ООО “Мото-Легенда”) дилеры вәкилдәре. Быйыл йөрөштө Йомағужала башланыҡ, аҙаҡ Шихандарға барҙыҡ. Бөгөн бына “Красноусол”да. Артабан Яҡтыкүлгә юлланасаҡбыҙ. Төп маҡсатыбыҙ – республикала туризмды һәм мототуризмды пропагандалау", – тине ул.
Фото: Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.