Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шашка спортын үҫтереү буйынса өҫтәмә саралар тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы һәм уны үтәү бурысын үҙенең Хакимиәтенә йөкмәтте. Атап әйткәндә, төбәк етәксеһе респубикала шашка хәрәкәтен үҫтереү программаһын төҙөргә һәм раҫларға, “Шашка буйынса донъя кубогы” халыҡ-ара турнирын йыл һайын үткәрергә, Башҡортостандың Үҙәк шашка клубы нигеҙендә дәүләт спорт мәктәбен асырға ҡушты. Бөтә муниципалитеттарға шашканы үҫтереү буйынса үҙҙәренең саралар планын төҙөргә тәҡдим ителде.
Шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина әйтеүенсә, республика Башлығының указы бик кәрәк мәлдә ҡабул ителде һәм ул ошо спорт төрөнөң дәүләт кимәлендә үҫтерелеүен аңлата. “Шашка – Башҡортостандағы төп интеллектуаль спорт төрҙәренең береһе. Күптән түгел булған ваҡиғалар юҫығында беҙ дөйөм танылыу яуланыҡ, федераль кимәлдә лә, халыҡ-ара кимәлдә лә, – тине ул. – Төбәктә күп йыллыҡ традициялар йәшәй һәм уларҙы нигеҙ рәүешендә файҙаланырға кәрәк”.
Халыҡ-ара гроссмейстер билдәләүенсә, “Донъя кубогы”н Башҡортостанда үткәрергә һәм “моданы билдәләүсе” дәрәжәһен һаҡлап ҡалырға кәрәк.
Сығанаҡ: bashinform.ru/news