Спорт һәм туризм
10 Июня 2021, 11:15

Спорт тармағы уңыштары барланды

"Башҡортостандың уңыштары әллә ҡайҙан күренеп тора: был яңы спорт объекттары ла, сағыу еңеүҙәр ҙә", – тине Андрей Турчак.

Өфөлә эш сәфәре менән булған “Берҙәм Рәсәй”ҙең Генераль советы секретары, Федерация Советы Рәйесе урынбаҫары Андрей Турчак Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә партия депутаттарының башҡарылған эш тураһында отчеттар айлығына старт бирҙе.
– Был үҙәкте беҙ ун йыл төҙөнөк, бөгөн унда паралимпия спортсылары һәм йәштәр шөғөлләнә, – тине Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова. – Беҙҙең партия балалар һәм инвалидтар араһында спортты үҫтереү буйынса бик күп проекттарҙы тормошҡа ашыра, ҡала һәм ауылдарҙа спорт залдарын ремонтлай.
Уның һүҙҙәрен Андрей Турчак та хупланы.
– Беҙ һеҙҙең менән бергә 2007 йылдан алып “Балалар спорты” партия проекты сиктәрендә эшләйбеҙ. Һәм Башҡортостандың уңыштары әллә ҡайҙан күренеп тора: был яңы спорт объекттары ла, сағыу еңеүҙәр ҙә, – тине ул. – Депутаттарҙың отчеттары айлығы тап ошонда, Башҡортостанда башланыуы символик мәғәнәгә эйә. Беҙ һайлаусыларыбыҙ алдында асыҡбыҙ һәм яңы наказдарҙы ҡабул итергә әҙербеҙ. Уларҙы августа сираттағы партия программаһына һаласаҡбыҙ. Мәҫәлән, ауылдарҙа спортты үҫтереү мотлаҡ беҙҙең федераль проекттарҙа урын табасаҡ.
Радий Хәбиров белдереүенсә, “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан бүлексәһе ауыр пандемиялы 2020 йылды берҙәм булып үтеүгә өлгәшкән.
– Яңы этапҡа беҙ яңы маҡсаттар менән аяҡ баҫабыҙ. Мартта Ишембайҙа боҙ һарайын төҙөүҙе тамамлайбыҙ. Октябрьскийҙағы боҙ һарайы ла төҙөлөп бөтөү өҫтөндә. Бер айҙан ошо уҡ эште Баймаҡта башлайбыҙ. Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында боҙ аренаһын проектлай башлайбыҙ. Оҙаҡламай беҙҙең ҡала һәм ауылдарҙа яңы спорт залдары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, стадиондар барлыҡҡа киләсәк, – тине Радий Хәбиров. – Был спорт объекттарын квалификациялы персонал менән тәьмин итер өсөн беҙ Рәсәйҙә беренсе булып “Ауыл тренеры” программаһын башланыҡ. Шулай уҡ беҙ Фехтование үҙәге асырға йыйынабыҙ, сөнки спортсыларыбыҙҙың Токиолағы Олимпиадалағы уңышына ышанабыҙ. Һәм буласаҡ чемпиондар үҫтергән барлыҡ тренирҙарға рәхмәтлебеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас