Спорт һәм туризм
12 Июнь 2021, 16:30

Өфө ҡала хакимиәте башлығының кубогы кемдә?

Бөгөн, 12 июнь – Өфө ҡалаһы көнө уңайынан баш ҡала хакимиәте башлығы кубогына көрәш буйынса традицион асыҡ турнир үтте. Ярыштар тамам, һөҙөмтәләр ҙә билдәле.

Бөгөн, 12 июнь – Өфө ҡалаһы көнө уңайынан баш ҡала хакимиәте башлығы кубогына көрәш буйынса традицион асыҡ турнир үтә, тип хәбәр иткәйнек инде. Бәйге тамам, һөҙөмтәләр ҙә билдәле.
Ярыштарҙа бөтә республиканан йыйылған 100 иң көслө көрәшсе ҡатнашты. Улар – бөтә ил һәм халыҡ-ара кимәлдә үткән ярыштарҙа еңеүселәр иҫәбендә булған спортсылар. Ярышта дүрт ауырлыҡ категорияһында – 2003–2005 йылғы үҫмерҙәр, биш категорияла – 2002 йылғы һәм унан өлкәнерәктәр көс һынашты.
Ярыш көнө буйына барҙы. Һөҙөмтәләр буйынса Кубокка һәм абсолют чемпион исеменә Өфө ҡалаһынан Рәдиф Аҡсурин лайыҡ булды. Еңеүселәргә, призерҙарға кубок, миҙал, грамота һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Үҙ ауырлыҡтарында “алтын”ды шулай уҡ Өфө көрәшселәре Илфаҡ Ибәтуллин менән Артур Зөлҡәрнәев алды.
Спорт байрамын бейеү һәм йыр коллективтары биҙәне. Турнирҙы Өфө ҡала хакимиәте, Көрәш һәм билбау менән көрәшеү буйынса спорт федерацияһы ойошторҙо.
Өфө ҡала хакимиәте сайтынан.
Читайте нас