Спорт һәм туризм
14 Июнь 2021, 03:30

Рөстәм Нәбиев шатлығы менән уртаҡлаша

Кисә яҡташыбыҙға Рәсәйҙең Рекордтар китабы ойошмаһы сертификат тапшырҙы.

Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә аяҡһыҙ ҡалған яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиевтең исеме Рәсәйҙең Рекордтар китабына индерелеүе хаҡында алдан хәбәр иткәйнек инде. Был ваҡиға уның Эльбрус тауына менеүе менән бәйле ине.
Ниһайәт, кисә блогерға Рәсәй Рекордтар китабы ойошмаһы донъя рекорды ҡуйыу тураһында сертификат тапшырҙы. Был хаҡта ул үҙенең социаль сәхифәләрендә уртаҡлаша.
"Башҡаса Эльбрус тураһында һөйләргә теләмәйем. Киләһе яңы фотоһүрәтем Гималай тауы үренән булыр тип уйлайым".
Ныҡышмал һәм алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешкән Рөстәм Нәбиевтең шатлығын уртаҡлашабыҙ һәм Гималай тауын мотлаҡ яуларына ышанабыҙ! Афарин, Рөстәм!
Фото: "Өфө-КП" сайтынан.
Читайте нас