Спорт һәм туризм
16 Июнь 2021, 10:30

Пенсионерҙарҙы мауыҡтырғыс сәйәхәттәр көтә

Хаҡлы ялдағылар өсөн 186 социаль тур ойоштороласаҡ...

Хаҡлы ялдағылар һәм инвалидтар өсөн Башҡортостан буйынса 186 социаль тур ойоштороласаҡ. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткән.
Ул республикала тыуып үҫкән кешеләрҙең Мораҙым тарлауығында йәки Яҡтыкүлдә, Нефтекамала йәки Урал аръяғы райондарында булмауын, уларҙағы матурлыҡты күрмәүен ғәҙел түгел, тип иҫәпләй.
“Шуға күрә Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында 21 июндән сертификаттар бирә башлаясаҡбыҙ һәм туристик путевкалар хаҡының бер өлөшөн пенсионерҙарға һәм инвалидтарға “Башҡортостан Республикаһында туризмдың социаль ролен көсәйтеү һәм үҫтереү” ярҙамсы программаһына ярашлы субсидиялаясаҡбыҙ,” - тип яҙған ул.
Эксперт советы пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн республика маршруттары буйынса 186 социаль тур һайлаған. Сертификаттар республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарында, район-ара “Ғаилә” үҙәктәрендә биреләсәк. Быйыл 905 кеше путевка алып, республика буйлап сәйәхәттә йөрөй аласаҡ. Сиратҡа баҫыу өсөн йәшәү урыны буйынса Халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарына мөрәжәғәт итегеҙ.
Фото:veteranrb.ru
Читайте нас