Спорт һәм туризм
17 Июнь 2021, 16:45

Иртәгә "Аҡбуҙат"та нимә көтөлә?

“Терра Башҡортостан” ат спорты турниры республика Башлығының “Башҡорт тоҡомло аттарҙы яҡлау көнө тураһында"ғы бойороғона ярашлы уҙғарыла.

Иртәгә, 18 июндә, 12.00 сәғәттә “Аҡбуҙат” ипподромында ҡыҙыҡлы сара үтә. Ул Бөтә Союз реестрында башҡорт тоҡомло атты теркәүгә 30 йыл тулыуға арнала.
Шулай уҡ 2020 йылда үткән “Терра Башҡортостан” турнирына йомғаҡ яһаласаҡ, был сараны 2021 - 2025 йылдарҙа республиканың 54 муниципалитетында үткәреүгә бәйле пландар тураһында фекер алышасаҡтар.
“Терра Башҡортостан”да жокей булараҡ спорт категорияларына эйә профессионалдар түгел, ә атта сабырға яратҡан 14 йәштән өлкән һәүәҫкәрҙәр сығыш яһай. Райондарҙа уҙған һайлап алыу бәйгеләрендә башҡорт тоҡомло һәм урындағы тоҡомһоҙ аттар ғына ҡатнаша ала. Турнирҙың бурыстары мөһим һәм күп. Тәү сиратта – йәштәрҙе йылҡысылыҡҡа, ат спортына йәлеп итеү, райондарҙа малсылыҡтың ошо ҙур тармағын тергеҙеү, һәүәҫкәрҙән профессионалға күсеү системаһын булдырыу.
2019 - 2025 йылдарҙа үткәреү ҡаралған “Терра Башҡортостан” ат спорты турниры республика Башлығының “Башҡорт тоҡомло аттарҙы яҡлау көнө тураһында"ғы бойороғона ярашлы уҙғарыла.
Фото: mcx.gov.ru
Читайте нас