Спорт һәм туризм
18 Июнь 2021, 16:00

Яҡташыбыҙға ҙур өмөт бағлайҙар

Өфө егете Игорь Дивеевтың Рәсәйҙең футбол буйынса йыйылма командаһы составында уйнауы – барыбыҙ өсөн дә ҙур ғорурлыҡ.

Футбол буйынса Европа чемпионаты ҡыҙғандан-ҡыҙа. Унда Рәсәй йыйылма командаһы бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
Әйткәндәй, Өфө егете Игорь Дивеевтың бөгөн Рәсәйҙең футбол буйынса йыйылма командаһы составында уйнауы – барыбыҙ өсөн дә оло ғорурлыҡ. Егеткә ни бары 21 йәш, әммә уға тренерҙар ҙур өмөттәр бағлай.
"Игорь бер нисә йыл ЦСКА командаһында һаҡсы булды, – ти тренерҙар яҡташыбыҙ тураһында. – Уны әле лә һаҡсы итеп алып ныҡ оттоҡ. Оҫта һөжүмселәрҙән тупты йәтеш кенә итеп талап алыуы һоҡландыра. Күп осраҡта ҡапҡаға гол инеүҙән һаҡлап алып ҡалды".
21 июнь Рәсәй йыйылма командаһы Дания менән осраша. Яҡташтарыбыҙға - уңыштар!
Фото: metaratings.ru
Читайте нас