Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1998 йылда “АЭРО” авиакомпанияһының коммерция директоры булып башлай. Төрлө йылдарҙа “Үҫмер” медицина-педагогия үҙәгендә, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте, артабан Физик культура һәм спорт комитеттарында эшләй. Унан һуң Өфө ҡалаһының йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү үҙәге директоры, Өфө хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе урынбаҫары, баш ҡаланың Калинин районындағы 157-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры, Өфөнөң Калинин районы башлығы урынбаҫары, баш ҡала хакимиәтенең опека һәм попечителлек идаралығы начальнигы, республика мәғариф министрының беренсе урынбаҫары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары була. 2018 – 2021 йылдарҙа – Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры.