Спорт һәм туризм
6 Июль 2021, 11:30

“Йылына биш-ун мең кеше проекттан файҙаланырға тейеш”

Радий Хәбиров “Башҡортостанда оҙон ғүмер” проектына ыңғай баһа бирҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә өлкән йәштәгеләргә йүнәлтелгән “Башҡортостанда оҙон ғүмер” туристик проектының тормошҡа ашырылыуына ыңғай баһа бирҙе. Программа тураһында Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова һөйләне.
Республикалағы иҫтәлекле урындар буйлап ҡыҫҡа ваҡытлы сәфәрҙәргә ҡоролған программа былтыр ғәмәлгә индерелгән. Экскурсияларға биш миллион һум аҡса бүленгән.
“2021 йылда коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр арҡаһында сәфәрҙәр 1 майҙа ғына башланды. Проекттан 59 муниципаль берәмектән 2195 кеше файҙаналды. Квотаның ҡалғаны – 838 кеше”, – тине Эльмира Туҡанова һәм прграмманы 31 декабргә тиклем оҙайтыуҙы үтенде.
Уның әйтеүенсә, “Өфө ҡунаҡтарҙы ҡаршылай”, “Сәләмәтлек һуҡмағынан Өфө ҡалаһының “Йәшел сауҡалығына”, Белорет районында “Спорт һәм һаулыҡ” экскурсияһы, “Бөрө - тарих һәм заман”, “Красноусолдың изге шишмәләренә”, “Нарыҫтауға, “Изге Ғәли” шишмәһенә экскурсия”, “Янғантау” геопаркы”, “Торатау” геопаркы” кеүек программалар айырыуса ҙур танылыу яулаған.
Әммә проектты тормошҡа ашырғанда проблемлар тыуа – райондарҙаэкскурсанттарҙы ташыу талаптарына яуап биргән автобустар юҡ. Ошоға бәйле Эльмира Туҡанова “Башавтотранс” предприятиеһына социаль туристик программалар буйынса сәфәрҙәр ойошторған туроператорҙар өсөн автобустарҙы ҡуртымға биреү буйынса ташламалы хаҡ билдәләргә тәҡдим итте.
Башҡортостан Башлығы тәҡдимде хупланы һәм был мәсьәләне Финанс министрлығы менән берлектә тикшерергә ҡушты. Ул шулай уҡ йыл һайын биш-ун мең кеше республика буйлап сәйәхәт итә алһын өсөн проектта ҡатнашыусылар һанын арттырырға кәрәк, тип билдәләне.
Фото: vk.com
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас