Спорт һәм туризм
7 Июль 2021, 12:20

Туризмды үҫтереү проекты тикшерелде

Премьер-министр Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе.

Премьер-министр Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Унда республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова 2035 йылға тиклем төбәктә туризмды үҫтереү стратегияһы проектын тәҡдим итте.
– Был бурысты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров былтыр февралдә ҡуйғайны, һәм бына, ниһайәт, йыл ярымдан проект рәсмиләштереүгә яҡын, – тине Андрей Назаров. – Беҙ төбәктә туризмды үҫтереү маҡсаттарын һәм йүнәлештәрен аңларға тейешбеҙ.
– Проект “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектына ярашлы төҙөлгән, – тине Эльмира Туҡанова. – Төп маҡсат – эске һәм халыҡ-ара баҙарҙарҙа сифатлы һәм конкурентлы туристик продукт булдырыу, туризм хеҙмәттәренә эйә булыу мөмкинлеген тәьмин итеү, шулай уҡ тармаҡты бизнесты уңышлы үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу.
Билдәләнгән осорҙа туристар һаны икеләтә, йәғни йылына 2,7 миллиондан 5 миллионға тиклем артыр, тип күҙаллана. Төп баҫым туристарҙы күпләп йәлеп итерлек өс кластерға яһала. Улар – “Урал легендаһы”, Өфө ҡалаһы һәм шифаханалар.
– Башҡортостандағы туризмдың төп өҫтөнлөктәрен этнография үҙенсәлектәре, гастрономия һәм экология өлкәһе тәшкил итә, – тине Эльмира Туҡанова.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52036
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас