

Республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостанда күмәк һәм профессиональ баскетболды үҫтереү мәсьәләһе буйынса эш кәңәшмәһе булды.
Унда 2021 – 2024 йылдарға республикала баскетболды үҫтереү программаһы менән таныштырҙылар, айырым маҡсатлы күрһәткестәрҙе, финанс тәьминәте планын, бағыусылыҡ аҡсаһын йәлеп итеү һәм финанслау күләме тураһындағы мәсьәләрҙе тикшерҙеләр.
– Баскетбол – олимпия спорты төрө, Башҡортостанда ул таралыу күләме буйынса, волейбол менән футболдан ҡала, өсөнсө урынлды биләй. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер мәсьәләләр хәл ителмәй ҡала. Улар – спорт ҡоролмаларының, майҙансыҡтарҙың етмәүе, булғандарының техник талаптарға яуап бирмәүе, бюджеттан тейешенсә тәьмин ителмәүе, күргәҙмә, белем биреү, ярыш кеүек сараларҙы аҙ үткәреү, – тине Рөстәм Моратов.
Беренсе вице-премьер Башҡортостанда баскетболды үҫтереү мәсьәләләрен ентеклерәк тикшереү өсөн спорт майҙансығына барып күсмә кәңәшмә үткәрергә ҡушты.
Әле республикалағы физкультура-спорт ойошмаларында 59 баскетбол бүлексәһе бар. Уларҙа 183 тренер эшләй, 5928 кеше шөғөлләнә. Башҡортостандың баскетбол федерацияһы республикала ошо спорт төрөн үҫтереүҙе көйләй.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52048
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru