

Башҡортостандан өс спортсы Рәсәйҙең грэпплинг спорт көрәше буйынса беренселегендә яҡшы уңыштарға өлгәште.
Видное ҡалаһында үткәрелгән ярыштарҙа Стәрлетамаҡ районы ҡыҙҙары беренсе һәм икенсе урындарҙы яуланы. Шулай итеп, 53 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Аделина Мырҙабаева еңеүсе тип танылһа, 49 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә Валерия Давыдова көмөш миҙал яуланы. Карина Мырҙабаева иһә 43 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә шулай уҡ көмөш миҙал яуланы. Башҡортостан спортсыларының был ҡаҙаныштары ил йыйылма командаһы составында донъя беренселегендә ҡатнашыу мөмкинлеген аса. Ҡыҙҙарыбыҙ унда ла уңышлы сығыш яһар, тигән өмөттәбеҙ.,
Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне