

Ғәҙәттә, тормошобоҙҙағы барлыҡ матур ғәмәлдәрҙе изге йома башларға күнеккәнбеҙ. Тимәк, кемдер спорт менән айырыуса дуҫ икән, был изге ғәмәлде бөгөн тәүләп башҡара ала, мәҫәлән, йәйәү атларға йәки йүгерергә мөмкин. Бының өсөн ни бары теләк кәрәк. Ә был физик күнекмәләр организм өсөн ниндәй файҙалы үҙгәрештәр килтерә һуң?
Көн һайын иртән даими йүгереү йә йәйәү йөрөү сәләмәтлекте нығытыуға булышлыҡ итмәйенсә ҡалмай. Өҫтәүенә, был һаулыҡты нығытыуҙың ябай ғына, сығым талап итмәгән ысулы тәнде камиллаштыра, һығылмалыраҡ булырға ярҙам итә. Бынан тыш, йөрәк һәм ҡан тамырҙарын нығытыу өсөн дә яҡшы был физик күнекмәләр. Тағы шуныһы: улар хроник ауырыуҙарҙан ҡотолорға булышлыҡ итә. Йүгереү, йәйәү йөрөү кешенең рухи, психологик сәләмәтлеген нығытыу йәһәтенән дә файҙалы. Шулай итеп, үрҙә әйтелгәндәрҙе теүәл үтәгәндәрҙең кәйефе, ғәҙәттә, күтәренке була, йоҡоһо ла яҡшыра.Йөрәк мускулдарына даими күнекмәләр эшләү кәрәклеген дә хәтерҙән сығармайыҡ. Юғиһә, ҡан баҫымының күтәрелеп йонсотоуы, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының килеп сығыуы ихтимал.Белгестәр әйтеүенсә, йүгереү, даими хәрәкәт итеү иммунитетты нығыта, тимәк, тән елһенеүенә ҡаршы торорға ярҙам итә. Бынан тыш, ошо ябай ғына, һәммәбеҙҙең ҡулынан килерлек күнекмәләр менән дуҫ булыу кеше организмындағы макрофаг исемле күҙәнәктәрҙең әүҙемлеген арттыра икән. Тап ошо күҙәнәктәр бактерияларға һәм инфекцияларға ҡаршы тороу көсөнә эйә. Физик күнекмәләрҙең стресҡа ҡаршы торорға ярҙам итеүе хаҡында ла онотмайыҡ. Шулай итеп, Хоҙай тарафынан бүләк ителгән һәр көнгә ҡыуанып, сәләмәтлектә, бәхеттә ғүмер кисерәйек һәм бөгөндән физик күнекмәләрҙе даими эшләйек.
Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне.