Спорт һәм туризм
9 Июль 2021, 07:00

Башҡортостан спортсылары Японияға осто!

Быйыл йәйге Олимпия уйындары 23 июлдән 8 авгусҡа тиклем уҙасаҡ.

Башҡортостан спортсылары Японияға осто!Башҡортостан спортсылары Японияға осто!
Башҡортостан спортсылары Японияға осто!

Японияның баш ҡалаһы Токиола XXXII йәйге Олимпия уйындары 2020 йылда ойошторолорға тейеш ине, ләкин пандемия менән бәйле бер йылға кисектерелде.

Быйыл иһә Олимпия уйындары 23 июлдән 8 август көндәрендә уҙасаҡ. Әйтергә кәрәк, спорт ярыштары көйәрмәндәрһеҙ үтә, сәбәбе - шул уҡ коронавирус.

Рәсәй йыйылма командаһына 335 спортсы ингән, шул иҫәптән 150 ир-ат һәм 185 ҡатын-ҡыҙ. Шул иғтибарға лайыҡ, улар араһында Башҡортостандан биш спортсы бар. Фехтовальщиктар Аделина Заһиҙуллина менән Тимур Сафин, слаломистка Алһыу Минәзева, ишкәкселәр Александр Сергеев (байдарка) менән Варвара Баранова (каноэ) - шуға асыҡ миҫал. Яҡташтарыбыҙға, ғөмүмән, рәсәйҙәргә уңыштар юлдаш булыуын теләйек!

 

Фото: nvdaily.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас