Спорт һәм туризм
9 Июль 2021, 04:30

“Бының өсөн барыһын да эшләйәсәкмен...”

Башҡорт хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Андрей Василевский нимә хаҡында белдергән?

“Бының өсөн барыһын да эшләйәсәкмен...”“Бының өсөн барыһын да эшләйәсәкмен...”
“Бының өсөн барыһын да эшләйәсәкмен...”

Күптән түгел Стэнли кубогының бишенсе матчы тамамланды. Андрей Василевский уйнаған “Тампа Бэй Лайтнинг” үҙ боҙондағы матчта “Монреаль Канадиенс” командаһын 1:0 иҫәбе менән, финал серияһында иҫәпте 4:1 итеп еңде. Матчтың һуңғы серияһында хоккейсы ҡапҡаға барыһы 22 шайба ташланы.

 

Шулай итеп, башҡорт хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Андрей Василевский, Рәсәй ҡапҡасылары араһында иң беренсе булып “Конн Смайт Трофи” призын яуланы. Ә ул Милли хоккей лигаһы плей-оффының иң баһалы уйынсыһына бирелә.

 

Голкипер “Матч ТВ” каналына Стэнли кубогын Өфөгә алып килеү теләге хаҡында белдергән.

 

 – Былтыр миңә ата-әсәйем килгәйне һәм Стэнли кубогын күргәйне. Быйыл ниндәй ҡағиҙәләр икәнлеген белмәйем, уны Американан сығарырға рөхсәт итерҙәрме икән? Рәсәйгә алып килергә мөмкинлек бирерҙәрме? – тип үҙ тәьҫораттары хаҡында белдергән Милли хоккей лигаһы плей-оффының иң баһалы уйынсыһы. – Ә былай Стэнли кубогын туған Өфө ҡалаһына килтерергә теләр инем. Тик башта ҡағиҙәләрҙе асыҡларға кәрәк. Яҡын арала улар билдәле булыр, тип уйлайым.

 

Әйткәндәй, бик популяр спорт төрө булараҡ, хоккей менән шөғөлләнеү сәләмәтлек өсөн файҙалы. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

 

Фото: Башҡортостан Спорт министрлығы.

 #ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас