Спорт һәм туризм
9 Июль 2021, 13:21

Йәнә бер боҙһарай төҙөлөрмө?

"Башинформ" МА"Башинформ" МА
Фото:"Башинформ" МА

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибовтың “Төнгө хоккей лигаһы” хоккей һөйөүсе­ләр фонды башҡарма директоры Алексей Патраков менән осрашыуында Өфөлә, инвестор аҡсаһын йәлеп итеп, боҙһарай төҙөү тураһында тәҡдим булды. 

Сарала шулай уҡ “Дәүләт-шәхси партнерлыҡ инфра­структураһы инвестициялар йәлеп итеү һәм үҫеш компетенциялары үҙәге” коммер­цияға ҡарамаған йәмғиәте советы рәйесе, Рәсәй Спорт министрлығы ҡарамағындағы физик культура һәм спорт өлкәһендәге дәүләт-шәхси партнерлыҡ буйынса методик база үҫеше буйынса ведомство-ара эш төркөмө рәйесе урынбаҫары Елена Сандакова, “Башҡортостан хоккейының бер­ләшкән федерацияһы” тө­бәк ижтимағи ойошмаһы баш­ҡарма директоры, Милли хоккей лигаһының Баш­ҡортостан Республикаһындағы төбәк вәкиле Артур Ғиндуллин ҡат­нашты, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агент­лығы. “Республикала һөйәр­мән­дәр хоккейы үҫеше ха­ҡында һөй­ләштек. Өфөлә, инвесторҙарҙы йәлеп итеп, боҙ аренаһын төҙөү тураһында тәҡдим булды”, – тип белдергән Руслан Хәбибов.  Күптән түгел “Башҡортос­тан” гәзитендә баш ҡала хакимиәтенең ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығы “Салауат Юлаев” хоккей клубына ҡарата ике дәғүә белдереүе тураһында хәбәр иткәйнек. Мэрия Рихард Зорге урамындағы Спорт һарайын һәм Шәфиев урамындағы хоккей мәктәп-интернатын бурыстары өсөн суд аша тартып алырға уйлай. Ә ойошманың баш ҡала хаки­миәтенә бурысы 21,4 миллион һум тәшкил итә. Был – быйыл февралдән июнгә тиклемге милекте ҡуртымға алыу өсөн түләнмәгән сумма. Өфө властары үҙ дәғүә­һен­дә ҡуртымға биреү тураһын­дағы ғаризаны ғәмәлдән сығарыуҙы талап итә. Ошо хәлгә ҡарата республиканың спорт министры Руслан Хәбибов һүҙҙең спорт объектын тартып алыу тураһында бармауы хаҡында “Башинформ” агентлығына белдергән. Был осраҡта “Салауат Юлаев” хоккей клубының коронавирус пандемияһы ваҡытында һуң­ғараҡ түләүҙе һораған бурысы хаҡында һүҙ бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был дәғүәне Башҡортостандың Арбитраж суды ҡарай. Шулай итеп, был эш буйынса беренсе ултырыш – 9 июлгә, икенсеһе 2 авгусҡа тәғәйенләнгән. 

Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне.

Автор:Вадут Исхаков
Читайте нас