

Башҡорт тоҡомло ат сабыштарын күргәнегеҙ бармы? Юҡ икән, ваҡытығыҙ булһа, баш ҡалалағы “Аҡбуҙат” ипподромына барып ҡарарға тырышығыҙ. Юртаҡ уҙыштарында йәшәү ҡөҙрәте сағыла, ниндәйҙер бер ғәжәйеп көс урғыла һәм эргә-тирәгә көс-дәрт тарала кеүек. Бына ошондай минуттарҙы кисереү өсөн генә лә спорт сараларына тамаша ҡылыу кәрәктер, минеңсә.
Әйткәндәй, элек-электән ат сабыштары – төрлө милләт вәкилдәре яратып ҡараған, шулай уҡ ихлас ҡатнашҡан спорт төрө. Күптән түгел Өфөләге “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының дүртенсе этабы үтте. Унда алты район жокейҙары көс һынашты. Көйөргәҙе, Ҡариҙел, Өфө, Благовар һәм Стәрлетамаҡ райондары вәкилдәре йәрәбә һалды. Был сараның үҙенсәлеге шунда: үҙҙәрендә һабантуй үткәрелеү сәбәпле, ваҡытында турнирға килә алмаған учалылар ҙа үҙ көсөн һынау өсөн ҡушылды. Шулай итеп, сарала барлығы 19 уҙыш үткәрелде һәм фонды 1 миллион һумлыҡ булған приздар уйнатылды. Һөҙөмтәлә Ҡариҙел районынан Илнур Мәхмүтов сос һәм отҡор булып сыҡты: тап ул турнирҙың сираттағы этабы еңеүсеһе тип танылды. Ул быйыл октябрҙә уҙасаҡ ярыштарҙа үҙ районы данын яҡлаясаҡ.“Терра Башҡортостан” турнирының бишенсе этабы иһә 17 июлдә үткәрелә.
Айһылыу НИЗАМОВА әҙерләне