

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.
“Бөгөн коллегаларым менән “Янғантау” һәм “Торатау” геопарктары үҫеше хаҡында һөйләштек. Был – республикалағы туризм үҫеше өсөн яҡшы этәргес бирерлек бик ҡыҙыҡ объекттар.
Былтыр “Янғантау” геопаркы беренсе тапҡыр Рәсәйҙә халыҡ-ара танылыу яуланы һәм ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде. Беҙҙең хаҡта ил эсендә лә, ситтә лә яҡшы белделәр. Ошо реклама беҙгә туристар ағымын ике тапҡырға арттырыуға булышлыҡ итте. Был – яҡшы һөҙөмтә, ул тағы ла уңышлыраҡ була ала. Уның өсөн сифатлы хеҙмәтләндереү, яҡшы шарттар булдырырға кәрәк. Әле бында улар етмәй. Кешеләр ҡарарға килгән пейзаж кеүек, уңайлылыҡтар ҙа туризм өсөн мөһим.
“Торатау” геопаркы менән бәйле хәл шулай уҡ. Объект ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереү өсөн номинацияға бирелгән һәм шулай уҡ инсфраструктура үҫешенә мохтаж.
Был биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса махсус программа төҙөнөк. “Янғантау”ҙа - геология музейы, этнография, тарихи-мәҙәни комплекстар, “Торатау”ҙа визит-үҙәк, экологик һуҡмаҡтар булдырасаҡбыҙ, этнокомплекс асырға уйлайбыҙ”.
Фото: sterlitamak.ru