

Грузияла 15-16 йәшлек үҫмерҙәр араһында бокс буйынса Европа беренселеге үтте. Унда 30 илдән 300-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.
Рәсәйҙең бокс буйынса йыйылма командаһында Өфөнән Иван Тихонов бар ине, ул 63 килограмм кәүҙә ауырлығында еңеүсе тип танылды.
Иван Тихонов ярымфиналда грузин Сартании Мамуки менән яғалашты, яҡташыбыҙ Тбилиси егетенән күпкә көслөрәк булып сыҡты. Ә финал уйынында Иван итальян Самуэль Джиджлиоттҡа ҡаршы сыҡты. Был юлы ла Өфө егете еңеү яуланы. Шулай итеп, Иван Тихоновты пьедесталдың иң юғары баҫҡысында күрҙек.
"Минең менән алышҡан үҫмерҙәр көслө ине, уларға хөрмәтем ҙур, – ти Иван Тихонов. – Ә инде алтын миҙал алыуым менән сикһеҙ бәхетлемен".
Фото: Башҡортостан Спорт министрлығы.